Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр...15.01.2019
"Башҡортостанға “Бәләкәй шаһзат” осоп килде!" Шулай тип хәбәр итә үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә Денис Өмөтбаев. Сәйәхәтсе, үҙенсәлекле проекттар авторы булараҡ танылған егет Антуан де Сент-Экзюпериның һоҡланғыс “Маленький принц” әҫәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Китап, иғтибар итегеҙ, Испанияла баҫылып сыҡҡан.

- Донъяла “Маленький принц” повесын мәҙәни мираҫ булараҡ һаҡлаған бер нисә фонд һәм әҫәрҙе төрлө телдәрҙә йыйған коллекционерҙар бар. Испанияла йәшәгән шундай кешеләрҙең береһе бер нисә ай элек мине “Фейсбук” селтәрендә эҙләп табып, был планетала “Бәләкәй шаһзат” һөйләшкән тағы бер тел булыуына һоҡланыуын белдерҙе. Тәржемәнең әлегә ташҡа баҫылмағанын белеп, был өлкәлә үҙенең ярҙамын тәҡдим итте.

“Бәләкәй шаһзат”тың башҡорт телендә баҫылып сығып, бар Европаға тараласағын белгәс, мин бик шатландым. Мөғжизә яралһын өсөн, ысын күңелдән теләк теләр кәрәк. Бәләкәй шаһзаттың үҙенең һүҙҙәре менән әйткәндә, “ултырғысты бер-ике аҙымға шылдырыу ҙа етә, һәм һин ҡояш байышын ҡабат-ҡабат күҙәтәсәкһең. Бар күңелдән теләргә һәм ышанырға ғына кәрәк”, – ти Денис үҙе.


Вернуться назад