Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай, сыныҡтыра ғына, нығыта...15.01.2019

Йәнтөйәге йәшәү көсө бирә.

Кендек ҡаны тамған, тәүге тәпәй баҫҡан тыуған яҡты һағыныу һағышын баҫырлыҡ ғәмәлдәр бармы икән был донъяла? Әҙәм балаһы ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниҙәр генә эшләһә лә, данлы юлдар үтеп, төрлө үрҙәр яулаһа ла, барыбер алыҫта, йыраҡ йылдар аръяғында ҡалған самими бала саҡтың саф хәтирәләрен йөрәк түрендә һаҡлайҙыр, шуның йылыһынан йәшәү көсө табалыр...
Тәүге ҡарамаҡҡа әллә ни йыраҡ та тойолмаған, уртаҡлыҡтары һәм айырмалыҡтары сама менән бер булған, мәгәр туғандаш, ҡәрҙәш ике халыҡтың төп мәркәздәрен тоташтырған Өфө –Ҡазан юлын үткәндә уйлаған уйҙарым шул булды. Күптән түгел 80 йәшлек оло юбилейын билдәләгән билдәле актриса, Татарстандың, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ Гөлсөм Иҫәнғолованың тантаналы кисәһенә китеп барыуыбыҙ ине.

Күршеләр көтөп торған

Ҡышҡы Ҡазан беҙҙе киске уттары менән ҡаршы алды. Заманса биҙәлгән, һуңғы йылдарҙа һәр йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр кисергән матур ҡала йылы тойғолар уятты. Кисә башланыуға байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында күңелле йәнлелек һиҙелде, беҙҙе күрше республиканың мәҙәни үҙәгендәге ихлас мөхит шунда уҡ үҙ эсенә алды.

Гөлсөм апайҙың яҙмышын барлай китһәң, иҫең китерлек, тотош китап яҙырлыҡ. Тәүге ҡарамаҡҡа уның холҡондағы бер аҙ ҡырыҫлыҡ та, ҡатылыҡ та һынауҙарҙа сыныҡҡан булмышының сағылышылыр, тип уйлайһың. Икенсе яҡтан, ошондай уға ғына хас ныҡлығы, ныҡышмаллығы булмаһа, әлеге үрҙәргә артылыр инеме лә ике милләт даны булған ҡаҙаныштарын яулар инеме? Мине һоҡландырған тағы бер сифат Гөлсөм Сабир ҡыҙының теүәллеге, башҡалар өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо кисереүе булды. Бер генә миҫал. Ойоштороу йәһәтенән кисәнең һәр минуты, һәр үҙенсәлеге алдан уйланылған булыуы ла, ҡатнашҡан кешеләр, ҡунаҡтар хаҡында тулы хәстәрлек күрелеүе лә уның уғата төплө, тынғыһыҙ йөрәкле кеше булыуын йәнә берҙе иҫбатлай.

Һынауҙарҙан туҡылған бала саҡ

...Мәләүез районында Һуҡайлы йылғаһы ярына һыйынып ҡына ултырған бәләкәй, әммә данлы һәм даланлы ауыл бар: Дәүләтҡол тип атала ул. Башҡорт әҙәбиәтенә билдәле яҙыусы Булат Рафиҡовты, яугир-шағир, табип Ғайса Йосоповты, СССР-ҙың атҡаҙанған осоу­сы-һынаусыһы, отставкалағы полковник Зөбәйер Иҫәнғоловты һәм уның һеңлеһе, бөгөн беҙ яҙмышын бәйән иткән Гөлсөм Иҫәнғолованы биргән бәрәкәтле төбәк ул.

Дәһшәтле һуғыш күп балалы Иҫән­ғоловтар ғаиләһен дә аямаған. Колхозда хисапсы булып эшләгән, грамоталы, аҡыллы уҙаман Сабирҙы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алалар. Бер йыл тигәндә, ҡаты яраланып, ун көн самаһы ғына яҡындарын күреп китергә насип була уға. Тик башҡаса тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай – 1942 йылда Сталинград ҡалаһы эргәһендәге яу яланында хәбәрһеҙ юғала. Дүрт балаһы менән яңғыҙ ҡалған Ғәфифә апайҙың өҙгөләнеүҙәрен, кисерештәрен әйтеп тораһы түгел, әммә ил иңенә төшкән афәтте сабыр үткәрмәйенсә башҡа сара булмай шул...

Бәләкәс Гөлсөмгә ете йәше тулған йылда бер туған апаһы Әҡлимә, ғаиләгә нисек тә булһа ярҙам итәйем тип, район үҙәгендәге кибеткә эшкә урынлаша. Әммә ул оҙаҡ та эшләп өлгөрмәй: ниндәйҙер тикшереү үткәреп, йәнәһе, аҡса юғалыуҙы асыҡлап, үҫмерҙе ғәйепле тип табалар. Хәйләкәр әҙәм­дәрҙең хаяһыҙ ғәмәле булғанмы был, әллә ҡыҙҙың йәшлегенән, тәжрибәһеҙ­легенән файҙаланғандармы – Хоҙай үҙе генә белә... Әлбиттә, әсә йөрәге был ғәҙелһеҙлекте кисерә алмай: үгеҙҙе һатып, Өфөгә адвокат ялларға юллана. Тик... Ошо юлдан тыуған ауылына кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай Ғәфифәгә, ул ниндәйҙер бәләгә тарый, хәбәрһеҙ ғәйеп була. Өйҙә иһә уны береһенән-береһе бәләкәсерәк өс бала көтә...

Шулай, былай ҙа еңел булмаған тормошта көн иткән сабыйҙар бөтөнләй етем ҡала. Гөлсөм апайҙың Зөбәйер ағаһына – 11, Альберт ҡустыһына ни бары биш кенә йәш була. Төрмәгә эләккән Әҡлимәне иһә бер йылдан аҡлайҙар, аҡсаны урлаған әҙәмде лә табалар, тик ҡыҙ тормош юлы башын­дағы һынауҙы ауыр кисерә, һаулығы ныҡ ҡаҡшай, бик иртә донъя ҡуя.

Әлбиттә, ауылдаштары, туғандары Иҫәнғоловтарҙың яҙмышында хәлдән килгәнсә ҡатнашырға, ярҙам итергә тырыша. Балаларҙы таратып алалар. 11 йәшлек Зөбәйерҙе атайҙарының ағаһы Мәләүез яғына алып китә. Малай унда көтөү көтөп тамаҡ аҫрай, мәгәр тәбиғәттән бирелгән тырышлығы, ныҡлығы менән ул бер ни тиклем ваҡыттан Стәрлетамаҡ, унан һуң Өфө балалар йортона урынлаша. Альбертты иһә атайҙарының һеңлеһе һыйындыра. (Алғараҡ китеп, шуны әйтәйек: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр бала саҡтан һуң белем алып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә урынлашҡан егет Мәскәүҙә, 25 йәшендә фажиғәле һәләк була). Бәләкәс Гөлсөмдө иһә әсәһенә ағай тейешле кешенең ғаиләһе тәрбиәгә ала.

Тик... Киң күңелле, олпат ағаһы эшсән һәм ихлас тип иҫендә ҡалһа ла, инәй тейешле ханым уғата уҫал, ҡаты күңелле кеше булып сыға. Яҡшыға өмөтләнгән ҡыҙға бәхетһеҙ, үтә лә ҡара көндәр кисерергә тура килә ошо осорҙа. Бәғерһеҙ апай бер ниндәй ҙә йылылыҡ та, хәстәрлек тә күрһәтмәй, киреһенсә, етем туғанын эшкә егә: быуындары ла нығынып бөтмәгән Гөлсөм бала ҡарай, һыу ташый, баҡса утай, мунса яға, ҡыҫҡаһы, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре уның елкәһенә ята. Аслыҡтың һәм хаяһыҙлыҡтың, ауыр хеҙмәттең һәм бәғерһеҙлектең ни икәнен тап ошо осорҙа, бәләкәй генә көйөнсә татып белә Гөлсөм апай. Хатта мәктәпкә лә 11 йәшкә тиклем ебәрмәй уны туған тейешле кешеһе. Ярай әле Зөбәйер ағаһы ныҡыш та, маҡсатлы ла булып сыға: уларҙың ғаиләһенең хәлен яҡшы белгән зыялы ауылдашына мөрәжәғәт итеп, Гөлсөмдө Өфөгә, үҙе янына, балалар йортона алдыртыуға өлгәшә.

Бына шулай, күп ҡаршылыҡтар һәм ауырлыҡтар үткәндән һуң, ҡыҙ өсөн бөтөнләй икенсе тормош башлана. Бәғзе берәүҙәр, балалар йортонда бәхетле бала саҡ кисереп булмай, унда тәрбиәләнгәндәрҙең булмышы икенсе, тиер. Тик заманы ниндәй булған, шуны онотмайыҡ! Әле генә миллиондарса ҡорбан килтергән дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып торған осор хаҡында бара һүҙебеҙ, ә рухи, тәрбиәүи ҡиммәттәргә инанған, заманы өсөн ифрат белемле һәм маҡсатлы булған күпме зыялы, булдыҡлы, белемле кешелә­ребеҙ яу яланында башын һалған!
Эйе, заманына күрә төрлө кеше­ләрҙең ғәзиздәре эләккән балалар йортона. Ә рух ныҡлығы, маҡсатҡа ынтылыш, ныҡлыҡ кеүек сифаттар нәҫелдән килә, шуға ла ул осорҙа балалар йорто тәрбиәһен алған, әммә ауырлыҡтарға бирешмәгән, тырышып-тырмашып йә­шәү­гә йәбешеп ятҡан бихисап кешенең йәмғиәттә иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүенә күп миҫал килтерергә мөмкин.

Хыялдарға ҡанат ҡуйған мәлдәр

Зөбәйер ағаһы ярҙамында һәм үҙенең ҡаратырыш булыуы арҡаһында отҡор ҙа, зирәк тә Гөлсөм уҡыу буйынса тиҫ­терҙәрен ҡыуып етә, ул ғына түгел, химия кеүек ауыр фәнде үҙләштереп, нефть институтына барырға хыяллана башлай. Күңеле матурлыҡҡа, ижадҡа тартылыуын да инҡар итеп булмай: юҡҡамы ни Гөлсөм Иҫәнғолова балалар йортонда Башҡорт драма театры артисы, арҙаҡлы Ғата Сөләймәнов ойош­торған театр түңәрәгенең иң әүҙем ағзаларының береһе булған?! Балалар үҙҙәре генә спектаклдәр ҡуйып ҡалмай, театрға ла йыш йөрөй, артистарҙың уйнағанына һоҡланып, ҡанатланып ҡайта...

Тап ошо осорҙа 12 йәшлек Гөлсөм башҡорт театр сәнғәтенең йөҙөк ҡашы, сағыу, талантлы актрисаларҙың береһе Рәғиҙә Янбулатованың ижадына мөкиббән ғашиҡ була. Быға бәйле бер ҡыҙыҡлы ваҡиға ла иҫендә. Етенсе клас­та уҡыған Гөлсөм Иҫәнғолованы телефон янына дежурға ҡуялар.

Ул, бар ҡыйыулығын йыйып, Рәғиҙә ханымға шылтырата һәм уны балалар йортонда сығыш яһарға саҡыра. Актриса бер һүҙһеҙ риза булып, вәғәҙәһен үтәй: балалар алдында йөкмәткеле сығыш яһай, драма түңәрәге ағзалары менән аралаша, ҡыйыу ҡыҙ менән әңгәмә­ләшергә лә ваҡыт таба. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Гөлсөм Иҫәнғолова Башҡорт академия драма театрының күмәк сәхнәләрендә ҡатнаша башлай, яйлап сәнғәт донъяһына ылыға, илһам осҡондары күңелен тирбәтә...

Үҙ ҡануны бар һәр яҙмыштың

Шулай ҙа... Киләсәге тураһында уйлана торғас, үҫмер күптән хыялланған нефть институтына өҫтөнлөк бирә, мәктәпте тамамлау менән документтарын шунда илтә. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары. Бер көн ҡыҙ урамда театр артисы Рәфҡәт Фәйзиҙе осрата. Һүҙгә һүҙ ялғанып, шул мәғлүм була: Мәскәү­ҙең данлыҡлы Щепкин училищеһында Ҡазан театры өсөн махсус төркөм йыялар икән, талантлы ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе имтихан тапшырырға саҡыралар. Рәфҡәт ағай: “Гөлсөм, бар мотлаҡ Ҡазанға! Сибәрһең дә, талантлыһың да!” – ти ҙә ул, тик нисек, ниндәй аҡсаға сығып китергә? Шулай ҙа, балалар йортонда ҡыҙҙың тырыш, маҡсатлы булыуын иҫәпкә алып, поезға билет алырлыҡ 80 һум аҡса, юллыҡ аҙыҡ-түлек хәстәрләйҙәр. Дөйөм вагонға ултырып, Татарстандың баш ҡалаһына юллана тәүәккәл башҡорт ҡыҙы...

Бына бит яҙмыш тигәнеңдең бормалы юлдары ниндәй! Данлыҡлы, даланлы ижади тормош юлы үткән Гөлсөм Иҫәнғолова хаҡында уйлағанда, әгәр ҙә ул нефть институтына барһа, ни булыр ине кеүегерәк фекерҙәр ҙә күңелгә инеп ҡуя. Холоҡтағы ундай саялыҡ, ныҡышмаллыҡ менән был тармаҡта ла һис юғалып ҡалмаҫ, һөнәри бейеклек­тәрҙе яулар ине яҡташыбыҙ – быныһына ла иманым камил.

...Ҡазанға әйләнеп ҡайтайыҡ. Гөлсөм Иҫәнғолова өс һайлау турын да уңышлы үтә һәм Мәскәүгә, Щепкин училищеһына уҡырға йүнәлә. Ошондай ҡатмарлы осорҙа һәләтле ҡыҙға данлыҡлы сәнғәт әһеле, СССР-ҙың халыҡ артисы, Камал театры йондоҙҙарының береһе Хәлил Әбйәлилев ярҙам ҡулы һуҙа: ул, Мәҙәниәт министрлығы менән килешеп, бер нисә һәләтле студент өсөн матди ярҙам юллай.

Мәскәүҙә иһә курс етәксеһе, профессор Николай Гладков Гөлсөм Иҫәнғолованың сағыу һәләтен, уның булмышындағы сая осҡондо, төрлө образдарға еңел инеүен, ролдәрҙе ышандырырлыҡ итеп башҡара алыуын тиҙ арала күреп ҡала, “алтын бөртөгө” тип тә ебәрә хатта. Әлбиттә, тәжрибәле сәхнә оҫталарының мәктәбе буласаҡ актрисаның ижади багажына ныҡлы нигеҙ һала, һөнәри камиллыҡҡа ынтылырға булышлыҡ итә.

Йылдар, ҡомарлы ижад йылдары...

1961 йылда М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап, Ҡазанға эшкә ҡайтҡан Гөлсөм Иҫән­ғолова өсөн уның артабанғы тормошонда Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр ысын мәғәнәһендә ижади мәркәзгә, икенсе тыуған йортона әйләнә. Актриса бар ғүмерен, булмышын тап ошо театрға бағышлаған, уның сәхнәһендә йөҙгә яҡын төрлө образ тыуҙырған, береһенән-береһе сағыуыраҡ ролдәр уйнаған.

Исемлекте тулыһынса барлап бөтөү мөмкин түгел, шулай ҙа ҡайһы берҙәренә туҡтайыҡ: А. Муистың “Закондан тыш”ында – Корри, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”һендә – Шәфәҡ, “Ҡыҙ урлау”ында – Йәмилә, Н. Иҫәнбәт­тең “Миркәй менән Айһылыу”ында – Айһы­лыу, А. Ғиләжевтең “Эңер”ендә – Роза, И. Дворецкийҙың “Ситтән килгән кеше”һендә – Щеголева, Н. Фәттәхтең “Ҡол Ғәли”һендә – Ынйы, Ғ. Ибраһи­мовтың “Татар ҡыҙы яҙмышы”нда – Сабира, Ғ. Камалдың “Банкрот”ында – Гөлйыһан, Г. Боровиктың “Буэнос- Аэростағы интервью”һында – Марта, Р. Батулланың “Ғәфү ит, әсәй”ендә – Миңзифа, Ф. Бурнаштың “Таһир һәм Зөһрә”һендә – Ханбикә, Ғ. Исхаҡиҙың “Зөләйха”һында – Мәхбүбә һәм башҡа бик күп образдар.

Хәйер, гәзит уҡыусы өсөн был исемлек бер ни әйтмәҫ, шуға күрә бәғзе бер бәҫле һүҙҙәргә туҡталып үтеү фарыз. Билдәле театр белгесе, профессор, педагог Хәлит Кумысников үткән быуаттың 80-се йылдарында, актрисаның ижады шаулап сәскә атҡан саҡта, “Ҡазан” журналында Гөлсөм Иҫәнғолованың ижады тураһында төплө мәҡәлә яҙған. Ошо “Ғазаплы күңел көҙгөһө” (“Лик страдающей души”) тип аталған яҙмала мәшһүр актрисаның ижадына аныҡ анализ яһалған. Унда данлыҡлы яҡташыбыҙҙың ауыр бала сағы ғына түгел, шәхси тормошондағы аяныслы тетрәнеүҙәр ҙә ижадында тәрән эҙ ҡалдырғанын билдәләгән юлдар бар: “Ғазаплы, әрнеүле йылдар Гөлсөм Иҫәнғолованың тышҡы матурлығына бер аҙ күләгә һалһа ла, уның образына айырым бер нәзәкәтлек, рухи күтәренкелек, эске яныу өҫтәгәндер. Тап шуға ул дүрт тиҫтә йылға яҡын театрҙың лирик-драматик, характерлы ролдәрен башҡарған, сәхнәлә хакимлыҡ иткән күп планлы актриса булып тора...Тамашасы уны тәрән зыялылығы менән тышҡы сибәрлеге бер бөтөн булған өсөн дә үҙ итә. Ошоға ул башҡарған ролдәрҙең интеллектуаль ҡеүәтен дә өҫтәһәң, Г. Иҫәнғолованың образдары ни тиклем ышандырғыс, ысын булыуына тағы бер инанаһың...”

Ғөмүмән, актер эше – ҡатмарлы, ваҡ, тынғыһыҙ һәм, һис шикһеҙ, ауыр хеҙмәт. Кис һайын тиерлек тамашасылар алдында күңелеңде асып һалыу, йөрәгеңдәге хис-тойғоно түгеү дан килтереү менән бергә арыта ла, йонсота ла, хатта ниндәйҙер эске бушлыҡҡа дусар итеүе ихтимал. Гөлсөм Иҫәнғолова әйтмешләй, Гладков мәктәбен үтеү, бер туҡтауһыҙ репетициялар яһау, һәр ролгә оло яуаплылыҡ менән ҡарау уны күптән шуға инандырған: сәхнәләге бер ниндәй яһалма битлек тә күңел биреп, ысын йөрәктән уйналған ролде алмаштыра алмай.

Хәлит Кумысников Гөлсөм Иҫәнғо­лованың ижадына төплө баһа биреп, уның ҡайһы бер ролдәренә айырым туҡталып үтә. Улар араһында М. Байджиевтың “Дуэль” драмаһы ла бар. Актриса был спектаклдә ижадындағы иң данлыҡлы ролдәренең береһе – Наҙгөлдө башҡарып, театр тамаша­сыһының ҡаҡшамаҫ һөйөүен яулаған. “Ул сәхнәлә тәьҫирле итеп кейенеп, йөҙөнә тәрән битарафлыҡ тойғоһон сығарып, үҙ-үҙен бик тә дорфа тотоп килеп сығыр ине. Наҙлыгөл тәүҙә мөхәббәтен һәм йәшлеген мул тормошҡа алмаштырған еңел холоҡло, вульгар ҡатын-ҡыҙ булып тойола. Әммә тиҙҙән бының һаҡланыу битлеге генә икәнлеге асыҡлана. Тора-бара кешеләргә тамам ышанысын юғалтҡан Наҙлыгөлдөң ысын йөҙө асыла бара. Быға кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн үҙ һаулығын ҡорбан килтергән, үлемесле сиргә дусар булған табип Ғәзиз менән осрашыу булышлыҡ итә.

Тап ул Наҙлыгөлдөң күҙҙәрен аса, тормошта ҡыланып-ҡыландырмайынса, үҙ-үҙең булып та бәхетле йәшәргә мөмкин икәнлеген иҫбатлай. Ошо ауыр күренештәрҙе Гөлсөм Иҫәнғолова психологик йәһәттән дөрөҫ һәм аныҡ итеп башҡарҙы, тамашасыны сәхнәләге хәл­дәрҙең ысынлығына инандырҙы... Ролдәрҙе тыуҙырғанда Гөлсөм Иҫәнғо­лова бер ваҡытта ла бынан алдағы спектаклдәге алымдарҙы ҡулланманы: уныңса, һәр образ шәхсән ҡараш талап итә, үҙенә генә хас тәбиғәткә эйә...”

Һаман сәхнә түрендә

Әйткәндәй, юбилей кисәһендә Гөлсөм Иҫәнғолованың һабаҡташы, оҙаҡ йылдар театр сәхнәһендә бергә эшләгән хеҙмәттәше, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Рауил Шәрәфиев эстәлекле сығыш яһаны, уға хас юмор хисе, уйынлы-ысынлы фекерҙәре менән залдағы халыҡты бер уйландырҙы, бер йылмайтты:

– Гөлсөм – театрыбыҙ тарихындағы иң сибәр, талантлы, драматик геройҙарҙы уйнаған актрисаларҙың береһе. Ул, башҡорт ҡыҙы булһа ла, бөтә ғүмерен татар театр сәнғәтенә, театрына бағышланы, уға бар булмышы менән хеҙмәт итте, ижад өсөн, сағыу образдар тыуҙырыу өсөн барлыҡ йөрәге менән янды. Уның ижади багажы тос, бик ҙур, шуға ла Гөлсөм Сабир ҡыҙын беҙ, һис шикһеҙ, татар халҡының бөйөк актрисалары Гөлсөм Болгарская, Гөлсөм Камскаялар рәтенә индерә алабыҙ. Тик уны “Гөлсөм Башкирская ” тип атау зарур.

Һабаҡташым башҡарған тиҫтәләрсә ролдәр араһында минең Нәҡи Иҫәнбәттең “Миркәй менән Айһылыу” драмаһын айырыуса телгә алғым килә. Төп героиня Айһылыуҙың ролен Гөлсөм Иҫәнғолова шул тиклем теүәл, ышандырырлыҡ итеп башҡарҙы, тәрән трагик образды бар булмышында асты, һөҙөмтәлә был спектакль оҙаҡ йылдар театр репертуарын биҙәгән, сәхнәне гөрләткән, тамашасылар көтөп алған әҫәргә әйләнде.

Шулай уҡ Гөлсөм Иҫәнғолова кәүҙәләндергән онотолмаҫ ролдәрҙең береһе тип Рабит Батулланың “Кисер мине, әсәй!” драмаһындағы Миңзифаны әйтер инем. Һеңлеһенең балаһын ҡарап үҫтергән ябай ауыл ҡатынының хис-тойғоһон, кисерештәрен еренә еткереп, тәбиғи итеп, бар тәрәнлегендә тамаша­сыһына еткерә алды актриса. Гөлсөм Сабир ҡыҙының бер ғәжәйеп үҙенсәлеге бар – уның хистәр палитраһы – күҙендә! Тап Гөлсөм Иҫәнғолова һөнәри оҫталығы менән Миңзифаны, ябай ауыл ҡатыны образын, пьедесталға күтәрҙе, уға һәйкәл ҡуйҙы, – тине.

Әйткәндәй, оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, Гөлсөм Иҫәнғолова театр тормошонан айырылғаны юҡ. Ул – үҙ мәктәбен булдырған актриса ла. Был хаҡта бихисап йәш һәм урта быуын актерҙары әйтеп үтте, уның педагогик һәләтен, талапсанлығын, һөнәри оҫталығын айырым билдәләне.


Ҡотлауҙарҙың булды төрлөһө...

Яҡташыбыҙҙы ҡотларға Татарстан­дың Мәҙәниәт министрлығы, барлыҡ театрҙары вәкилдәре, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, йәш быуын артистары һәм башҡалар килгәйне. Танылған йырсы, Татарстандың халыҡ артисы Зәйнәп Фәрхетдинованың, танылған йырсы, Бүздәк егете, моңло тауышлы Филүс Ҡаһировтың, Камал театры артистарының сығыштары иҫ киткес сағыу, ихлас булды.

Әммә иң тулҡынландырғыс минут­тарҙы, һис шикһеҙ, Гөлсөм апайҙың яҡташтары – Башҡортостан ҡунаҡтары бүләк иткәндер, тип уйлайым. Ижади “десант” менән Ҡазанға М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алһыу Бәхтиева, Рәзифә Динмө­хәмәтова, шулай уҡ моңло тауышлы һандуғасыбыҙ, Татарстандың атҡаҙан­ған артисы Айгөл Һағынбаева ла барғайны.

Илдар Ибраһим улы фиҙакәр ижади ғүмер кисергән Гөлсөм Иҫәнғоловаға тыуған яҡтан килгән иң изге сәләмдәрен еткерҙе, эше һәм булмышы менән милләтебеҙҙе данлаған өсөн рәхмәт белдерҙе. Алһыу Бәхтиева башҡорт халҡының “Мәжлес йыры”н, ә Рәзифә Динмөхәмәтова “Ҡоштар осорам” тигән наҙлы бейеүен бүләк итте. Моң эйәһе Айгөл Һағынбаеваның “Рәхмәтеңдән ташлама” тигән аһәңле йыры юбилярҙың да, тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде.

Эйе, был кистә йөрәктәргә үтеп инерлек ҡотлау һүҙҙәре лә, лайыҡлы баһалар ҙа күп яңғыраны, апайыбыҙға хөрмәт йөҙөнән иң матур, иң сағыу сәскә гөлләмәләрен, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Әммә һүҙҙе дөйөмләш­тереп, шуны әйтке килә: Татарстандың халыҡ артисы Исламия Мәхмүтова билдәләүенсә, Гөлсөм Иҫәнғоловаға тәүге сиратта ысын кеше, ысын дуҫ булғаны өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк. Кем генә сәхнәгә күтәрелмәһен, ул иң тәүҙә Гөлсөм Сабир ҡыҙының үтә лә ғәҙел, ифрат кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булыуын билдәләне, һүҙҙәрен сағыу миҫалдар менән раҫланы. Яҡташы­быҙҙың һомғол буй-һынына, үҙ-үҙен тота белеүенә, уға ғына хас булғанса, һалмаҡ, ғорур, ышаныслы аҙымдар менән башын юғары сөйөп атлап йөрөүенә һоҡландылар, “сәхнә йондоҙо” тигән лайыҡлы исемде һөнәри оҫталығы, эҙләнеүсән һәм үтә яуаплы булыуы, эске рухи ҡәүәте менән яуланы, тинеләр. Кисәнең аҙағында үҙенә лә һүҙ биргәс, Гөлсөм Иҫәнғолова:
– Оҙон ғүмеремдә шатлығы ла, ҡайғыһы ла күп булды. Уларҙың барыһы ла театр тормошо менән үрелеп барҙы, сәхнә, илһамлы ижад иң ауыр мәлдәрҙә лә ҡотҡарыусы, үҙенә һыйындырыусы, йыуатыусы булды. Шуға ла коллективыма, туған театрыма ҙур рәхмәт. Бындағы мөхит ифрат йылы, кешеләр үҙ-ара яҡшы мөғәмәлә итә, ололар һәм йәштәр араһындағы быуындар бәйлә­неше бер ваҡытта ла өҙөлгәне юҡ. Үксәгә баҫып йәштәр килде – был да шәп күренеш, талантлы алмаш, тимәк, театрҙың лайыҡлы киләсәге лә бар.

* * *

...Яҙыусы Рафаэль Мостафин менән бер әңгәмәләшкәндә Гөлсөм Сабир ҡыҙы ошолай тигән: “Һил, ҡаршылыҡһыҙ яҙмышлы кеше артист була алмай: нисек ул ҡатмарлы яҙмышлы геройҙарының хәленә инһен дә уларҙы бар тәрәнлегендә аңлаһын? Минең иң ауыр, трагик кисерештәрем бала сағым менән бәйле. Һәм улар һис онотолмай...”

Ниндәй рух ныҡлығы, ниндәй сабырлыҡ, тормошто яратыусанлыҡ ярылып ята ошо һүҙҙәрҙә! Әсе яҙмыш еле тыуған яғынан ҡасандыр илатып, йолҡоп тигәндәй алып сығып китһә лә, тамырҙары һис кенә лә өҙөлмәгән Гөлсөм апайыбыҙҙың, рухы һәм йөрәге менән һаман да бында, тыуған ерендә ул. Бер ваҡытта ла яҙмышына зарланмаған, һынауҙарҙан һынмаған; ғәҙеллек һәм намыҫ; күңел һәм выждан, самими ижад һәм камиллыҡ кеүек төшөнсәләргә таянып йәшәгән, янып эшләгән, ҡомарланып ижад иткән яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ Гөлсөм Иҫәнғолова апай алдында баш эймәйенсә сара юҡ...


Вернуться назад