Өфөлә 23-нән 30 майға тиклем “Туғанлыҡ” VII Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙасаҡ. Афишала Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Үзбәкстан, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова әйтеүенсә, Башҡортостандан ике спектакль тәҡдим ителәсәк. Уларҙың береһе – яҙыусы Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған шул уҡ исемле спектакль (режиссеры Айрат Абушахманов). Икенсеһе – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакле (режиссер Антон Федоров).
Башҡа театрҙар ҙа бик ҡыҙыҡлы программа тәҡдим итәсәк. Фестиваль сиктәрендә “Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театрҙар” темаһына Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Уның һөҙөмтәһе буйынса мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрәсәк.