Быйыл майҙа Израилдә үтәсәк “Евровидение”ға Рәсәйҙән кемдең барыры әлегә аныҡ билдәле түгел. Ике йырсы үҙ теләген белдергәне мәғлүм. Кемдәр улар?
Беренсеһе – тамырҙары тажик милләтенә барып тоташҡан Манижа. Ул халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу өсөн үҙенең лайыҡлы йыры бар тип иҫәпләй. Икенсеһе – Ольга Бузова. Был сәхнә йондоҙо ла, конкурста ҡатнаша ҡалһа, финалға үтәсәгенә ышана.
Абруйлы сарала ҡатнашыу теләген әлегә 42 илдән белдергәндәр.