Фельетон— Марина кер йыуа торған машина һатып алған, — тигән хәбәр ни арала Өфө районындағы ауылдарға таралды. Был яңылыҡты ишетеүгә “ах” итештеләр, “ух” итештеләр. Берәүҙәре, әллә яңылыш ишетәмме, типтер инде:
— Ысынмы, анау Яковлевамы? — тип ҡабат-ҡабат төпсөндө.
— Эйе-е-е! Шул инде. Машинаның да ниндәйен ти бит әле, 40 мең һум торғанын, ти, вәт.
— Китсәле! Хатта шунса һумлығынмы?
Бисә-сәсәнең ғәжәпләнерлек урыны ла бар ине шул. Ихлас ҡына эшләгән ере лә юҡ. Ул сама аҡсаны ҡайҙан тапҡандыр? Әле улар икәүләшеп эшләп, икмәк-шәкәрҙән арттыра алмай.
Әлбиттә, был хәбәргә берәү ҙә битараф ҡала алманы. Бигерәк тә көнсөлөрәк бисәләр, нимә эшләргә белмәй, шартлар хәлгә етте:
— Китсе, китсе, мин ғүмер буйы эшләп, әле һаман теге хан заманындағы машина менән хитланам, — тип өҙгөләнделәр. Икенселәре, әлеге лә баяғы, бисара ирҙәрен быжғыта башланы:
— Анау Маринаның Маринаһы ла шунса һумлыҡ кер йыуыу машинаһы алғас, ыстрам. Ә мин һаман хылам менән хыялый булам. Абау, ғәрләнеп үлерһең! Теләһә нимә эшлә, миңә лә шундай машина алып бир.
Тиҙҙән барыһы ла билдәле булғас, үрәпсегән ҡатын-ҡыҙҙың өнө тығылды. Баҡһаң, Марина һылыу эшкә урынлашырға тип баш ҡалаға килә, берәүгә фатирға урынлаша. Тик күпме генә йөрөмәһен, ҡыҙыҡай эш таба алмай, булған ғына аҡсаһын да туҙҙыра. Артабан нимә эшләргә? Әммә “зирәк” ҡыҙ аптырап тормай. Әхирәтенең паспортын эләктереп ала ла магазинға һыпырта һәм кредитҡа иң ҡиммәтле машинаны ала.
Хәҙер инде Маринанан берәү ҙә көнләшмәй.
И. ХАҠОВ.