“Хыял"ға эләгеү хыял26.05.2012
“Хыял"ға эләгеү хыялУрбанизацияның йәшәйешебеҙгә тәрән үтеп инә барыуы берәүгә лә сер түгел. Ауыл кешеһе район үҙәгендә төпләнеүҙе хуп күрә, ә ундағылар ҡалаға китеү яғында. Ауылдарҙың насар ғына янған ут шикелле быҫҡыуына, аҙаҡ килеп һүнеүенә юл ҡуймау өсөн нимә эшләргә? Сетерекле был һорауға яуапты алыҫтан эҙләйһе түгел. Ошо хаҡта Бәләбәй районының Бажен ауыл хакимиәте башлығы Зилә ЯХИНА һөйләй.

– Клуб менән мәктәп – ауылдың тотҡаһы, быны бер нисек тә инҡар итеү мөмкин түгел, – тип башланы һүҙен Зилә Рәшит ҡыҙы. – Мәҙәниәткә иғтибар көслө булған һайын әҙәм балаһы рухлы, илһөйәр була. Бажен ауылында был тәңгәлдә төрлө уй-ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. Йыр-моңға маһир ғаиләләрҙең концерты, үҫмерҙәр араһында үткәрелгән бейеү бәйгеһе, йәш ғаиләләрҙең бәҫен күтәреү маҡсатында уҙғарылған викторина, хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡан һалдаттар менән илде һаҡларға әҙерләнгән егеттәрҙең һалдат йырҙары конкурсы, таҡмаҡ әйтешеү ярышы, сәсәндәрҙең, һүҙ оҫталарының әйтеше һәм башҡа саралар — шуға асыҡ миҫал. Клуб мөдире Әҙеһәм Шаймөхәмәтов – төп таянысым. Оҙайлы ҡышҡы ялдарҙа, бер нисә көнгә һуҙылған май байрамында, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә халыҡты ҡуҙғытып ебәрергә тырыша. Шуға ҡыуанам: бажендар әүҙем.
"Шатлыҡ" башҡорт һәм татар ансамбленә йәше лә, ҡарты ла яратып йөрөй. "Рябинушка" рус йыры төркөмөнөң даны тирә-яҡҡа күптән таралды. "Фантазия" һәм "Бриз" балалар вокаль ансамбле лә уңыштары менән һөйөндөрә. Ә "Хыял" бейеү ансамбле – ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, ошо хаҡта күберәк һөйләргә ине. Ансамблгә Людмила Максимова етәкселек итә. Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара тигәндәй, улар һәр саҡ иҫ киткес сағыу сығыштары менән шатландыра. Әйткәндәй, "Хыял"ға ике генә йәш әле. Ошо көндәрҙә улар шул уңайҙан тәүҙә үҙебеҙҙә, ә унан инде Бәләбәй ҡалаһында һәм бүтән ауылдарҙа концерт ойоштормаҡсы. Репертуары бай – башҡорт, татар, урыҫ һәм сыуаш бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирәләр. Ҡурайсы Рәмил Усманов башҡорттоң дәртле көй-моңдарын һыҙҙыртҡанда, баҫалҡылар ҙа бейергә төшә. Светлана Ҡарамышева мәктәптә музыканан дәрестәр бирә, Валентина Советникова — башланғыс кластар уҡытыусыһы, икеһе лә беҙҙә ярты ставкаға эшләй. Уларһыҙ ансамблде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңһылыу Усманова бик оҫта бейей, Ирина Печаева иһә өр-яңы бейеүҙәр һала. Ансамблгә эләгергә тырышыусылар шул тиклем күп, әлбиттә, барыһын да алыу мөмкин дә түгел. Был нимә хаҡында һөйләй? Ысынлап та, бажендар үлеп сәнғәткә ғашиҡ. Ошо ерҙәр заманында Баженов тигән алпауыттың утары булған, тиҙәр. Һөйләүҙәренсә, ул йырларға, бигерәк тә бейергә яратҡан. Халыҡтың мәҙәниәтте үҙ итеүе шуға бәйле түгелме икән?!
Беҙ үҙебеҙҙә лә ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә яратабыҙ, бөгөн бәләбәйҙәр килеп, күңелле ял ойоштороға вәғәҙә бирҙе, шуға әҙерләнәбеҙ.
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.
Бәләбәй районы.


Вернуться назад