“Осҡон”дар осҡон сәсрәтте10.01.2019
Мәскәү сәхнәләрен дер һелкетеп, Сибай ҡалаһының “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле ҙур еңеү яуланы. Улар илебеҙ сәхнәһендә “Минең халҡым күңеле” тип аталған II Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәт һәм фольклор конкурсында ҡатнашып, гран-при алды. Ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Хәйбуллина “Иң яҡшы педагог” миҙалына эйә булды.

“Осҡон”дар башҡарған “Бүреләр” бейеүе конкурстың “Иң яҡшы креатив сығышы” номинацияһына лайыҡ булған. Шулай уҡ уларҙың башҡа бейеүҙәре өсөн дә төрлө дәрәжәләге дипломдар тапшырылған.

Сибайҙың йәш бейеүселәренә киләһе конкурста ла ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән. Афарин, “Осҡон”!


Вернуться назад