Ҡашғари премияһын кем алды?10.01.2019
Өфөлә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, бәйгенең төбәк-ара этабын ойошторған “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, баһалама төркөмө ағзалары Әхмәр Үтәбай, Гөлнара Хәлфетдинова, Гөлнара Мостафина һәм еңеүселәр ҡатнашты.

Бәйгегә йәмғеһе утыҙ өс эш килгән. Баһалама төркөмө ағзалары тарафынан өс еңеүсе билдәләнгән, тағы ике автор махсус бүләккә лайыҡ булған.

– Был – ҙур ваҡиға. Хикәйәмдең юғары баһаланыуы минең өсөн шатлыҡлы хәл, – тине икенсе урынды яулаған Тәнзилә Дәүләтбирҙина.


Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы беренсе урынға лайыҡ булған Фәрзәнә Аҡбулатованы тәбрикләп, төрки халыҡтар араһында тап башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сәсмә әҫәрҙәре гел беренселектә тороуын, бөгөн дә ошо юғары кимәлде ҡулдан ысҡындырмау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Баһалама төркөмө ағзаларынан һәр кем өсөнсө урынға лайыҡ булған Әлиә Саматованың хикәйәләрендә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә ятыуын билдәләне, уның ҙурыраҡ күләмдәге әҫәрҙәр яҙыуын теләне.

Беренсе өс урынға лайыҡ булған авторҙар Евразия төрки яҙыусылар союзының премияларын алып ҡыуанһа, махсус бүләк Гөлнур Яҡуповаға һәм Зөһрә Бәшәроваға тапшырылды.



Вернуться назад