“Ыласындар сөйөр башҡортомдоң яурынына ҡоҙғон ҡунмаһын”08.01.2019
Кеше менән кеше араһында айырма булған кеүек, милләт менән милләт араһында ла айырма бар.

Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН.

* * *
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал иле,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.

Әхмәр Үтәбай.

* * *
Башҡорттар элек-электән йәштәрҙә һүҙ оҫталығы — сәсәнлек тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. Башҡорт кешеһе, үҙенең ырыуы менән нәҫеле тарихын ныҡлы белеүҙән тыш, риүәйәттәр, өләңдәр, йырҙар, батырҙар тураһында ҡиссалар өйрәнергә һәм һөйләй белергә тейеш булған.

М.В. ЛОССИЕВСКИЙ.

* * *
Ыласындар сөйөр башҡортомдоң
Яурынына ҡоҙғон ҡунмаһын.

Рауил БИКБАЕВ.

* * *
Өфөм!
Һин, баш ҡалам булып, бейеклеккә
Халҡым көсө менән ҡалҡындың.
Һин – терәге Башҡортостанымдың,
Һин – терәге берҙәм халҡымдың.

Рауил НИҒМӘТУЛЛИН.

* * *
Эй, ҡурайым моңдары, халҡым йырҙары күңелкәйемә күпме ҡыуаныс та, йыуаныс та булманың икән!
Мине берсә балауыҙҙай иреттең дә, берсә диуаналай илерттең дә, берсә һиммәтле ир иттең дә.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.

* * *
Сарсауымды баҫа алғаны юҡ
Ят яҡтарҙың шәрбәт, һуттары,
Ағиҙелем, тим дә ашҡынамын,
Өфөм, тим дә ҡайтам уфтанып.

Рауил БИКБАЕВ.

* * *
Башҡорт һылыуының саф тауышы
Уйнаҡ тулҡындарға ҡойола.
Ағиҙел дә йәшлек йыры менән
Йәшәрәлер кеүек тойола.

Әнисә ТАҺИРОВА.

* * *
Ҡымыҙ — эсеүгә бик тәмле һәм сәләмәтлеккә яҡшы йоғонто яһауы менән ҡиммәтле эсемлек.

А. С. ПУШКИН.

* * *
Күк Уралды Хоҙай башҡорт тигән
Һөйгән һөйәгенә атаған.
Тажлы башың, ҡурай, юғары сөй,
Был батшалыҡ беҙгә — Атанан.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

* * *
Нисәмә ҡат аҫылһа ла, атылһа ла,
Һатылмаған һис бер көскә.
Яу ҡупҡанда, саф буйлап, юлбашсылай,
Остан осҡа
Был һүҙ осҡан –
Башҡортостан!

Рауил БИКБАЕВ.

* * *
Башҡортостан – гөлостан,
Һаҡ бул әрҙән-ороштан;
Халыҡтарың, гөрләшеп,
Дуҫ йәшәһен бер остан!

Шәриф Бикҡол.

* * *
Сал Уралдың гранит итәктәрен,
Ҡара ҡаяларын иретеп,
Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,
Һалҡын терегөмөш шикелле.

Рәшит НИҒМӘТИ.

* * *
Иҙелгәндең зары, моңо, уйы
Күңелемә яҡын,
Сөнки башҡорт ерҙә азатлыҡтың
Белә ысын хаҡын.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.


Вернуться назад