Фольклористика ҡаһарманы08.01.2019
Фольклористика ҡаһарманы1964 – 1969 йылдар арауығында Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алған йәш саҡтар. Ҙур, яҡты аудиторияларҙа шығырым тулы студенттарҙың көтөп алған уҡытыусыһы Лев Григорьевич Бараг сираттағы лекцияһын уҡый. Йоҡа, ялбыр һәм бөҙрәрәк аҡ сәстәре, оҙон, ап-аҡ керпектәре аҫтындағы күҙлек аша күҙҙәре осҡон сәсә. Ағайыбыҙ һөйләгән мәлдә ҡалын ирендәре, һарғылт эре тештәре араһынан төкөрөктәр әллә ҡайҙа сәсрәп китә. Мәртәбәле, әммә ҡаҡса яурындары һелкенә.

Ул телмәрендә беҙҙең ҡолаҡ ишетмәгән халыҡ ижады тормошонан ғәжәйеп эпизодтарға инеп китә, үҙе шунда ҡайнашып, ҡылыс болғап йөрөгән әкиәт геройына әйләнәме ни!.. Оҙон ҡулдарын болғай-болғай трибунанан сығып китә, кире килеп баҫа, беҙҙе күрмәгән һымаҡ, ҡара­шын әллә ҡайҙарға төбәгән дә һөйләүен дауам итә. Ошо мәлдә ул серле әкиәт образына инә кеүек.

Донъяһын онотоп, ауыҙ асып тыңлаған студентҡа лекция ваҡыты күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Рус халыҡ ижады Лев Барагтың бар рухи асылы ла, бөйөк донъяһы ла ине. Төплө белемле, үҙенең һайлаған һөнәренә мөкиббән бирелгән мәшһүр ғалим ябайлығын, икенсе туғандаш милләттәштәрҙең, бигерәк тә төрлө яҙмышлы таланттарға ифрат ихтирамлы, атайҙарса йылы мөнәсәбәте менән бына ярты быуаттан ашыу күңелдәрҙең иң түрендә һаҡлана.

Филология факультетында белем биргән педагогтар араһында М.Х. Минһажетдинов, Л.Г. Барагтың эшлекле хеҙмәттәшлеге, йылы мөнә­сәбәте, бер-береһенә ихтирамлы үә иғтибарлы ярҙамы, халыҡ ижады өлкәһендә баш баҫып эшләүҙәре үҙе бер ижади ҡаһарманлыҡ ине. Ике дәү ғалимдың шундай гүзәл сифаттары күптәребеҙ өсөн артабанғы тормошобоҙҙа өлгө булып торҙо һәм әле лә шулай.

Марат Хәләф улының:
– Лев Григорьевич урыҫ фолькло­ристикаһында күрһәткән хеҙмәттәрен үҙе лә баһалап бөтмәй шикелле. Иҫ китмәле эш башҡарҙы ул был өлкәлә. Бына тигән аспиранттар әҙерләне, шуларҙың береһе — Борис Ғайса улы Әхмәтшин, – тигәне хәтерҙә.

Лев Григорьевич Бараг 1911 йыл­дың 13 ғинуарында Киев ҡалаһында тыуған. Рус әҙәбиәте һәм фольклор­сыһы. Тарих фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, 2-се Мәскәү университетын тамамлай. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Урал дәүләт университетына эшкә ебә­релә. Бараг 1951 йылдан Баш­ҡорт дәүләт университетында эшләй.

1966 – 1988 йылдарҙа урыҫ әҙә­биәте һәм фольклоры кафедраһы мө­дире вазифаһын башҡара. Ав­торҙаш һәм мөхәррир булараҡ, урыҫ телендә ике томдан торған “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н әҙерләүҙә (Өфө, 1963, 1966) әүҙем ҡатнаша. 1934 – 1990 йылдарҙа Рәсәй, Белоруссия, Украинаның төр­лө өлкәләрендә һәм Башҡортостанда йыл һайын фольклор-этнография экспедицияларында була.

Халыҡ ижады өлкәһендәге хеҙмәт­тәре араһында белорус халҡы әкиәттәре тураһындағы монография­һы, көнсығыш славяндарҙың әкиәт сюжеттары белешмәһе, 60-лаған томда немец һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән “Әкиәттәр экспедиция­һы”на бихисап ғилми-теоретик мәҡә­ләләре ингән.

Фольклорсы-ғалим урыҫ, белорус, башҡорт әкиәттәре һәм риүәйәттә­ренең күп һанлы ғилми яҙмаларын донъяға сығара.
1970 – 1980 йылдарҙа Лев Бараг мөхәррирлегендә “Рәсәй халыҡтары фольклоры” исемендә вуз-ара ғилми йыйынтыҡтың 20 сығарылышы ба­ҫыла. Башҡорт әкиәттәре тураһында бер нисә хеҙмәте, башҡорт халыҡ ижадының 3 – 6-сы томдарына индерелгән әкиәттәргә аңлатмалар, инеш мәҡәләләр Нур Зарипов, Әхмәт Сөләймәнов менән берлектә яҙыла. Йәмғеһе 300-гә яҡын ғилми хеҙмәте баҫылып сыға.

Тырыш һәм әүҙем ғилми эшмә­кәрлеге һәм студенттарға юғары белем биреүҙә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Лев Бараг Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була.


Вернуться назад