Темәс музейы ябыла02.01.2019
Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләүгә данлы, шанлы тарихыбыҙ эҙҙәрен һаҡлаған Темәстә ныҡлы әҙерлек бара. Ошо уңайҙан Яңы йыл байрамдарынан һуң урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ябыла.

Сәбәбе – унда реконструкция эше башлана. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, бинаның эсе-тышы тулыһынса яңыртыласаҡ, уға заманса төҫ, шул уҡ ваҡытта үткәндәрҙе хәтерләткән һулыш биреләсәк.

Музейҙағы Башҡорт Хөкүмәте составының ҡарарҙар ҡабул итеү мәлен сағылдырған экспозицияны күрмәгән кеше аҙҙыр. Унда ете тарихи шәхес кәүҙәләндерелә, уларҙың эш мәлен һүрәтләнә. Әйтерһең дә, халҡыбыҙҙың бөйөк улдары Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муллаян Халиҡов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Юныс Бикбов, Нуриәғзәм Таһиров, Мстислав Ҡулаевтар үҙ урынынан ҡалҡыныр ҙа халҡына өндәшер кеүек. Уларҙың буй-һынын ғына түгел, хатта йөҙ-ҡиәфәтен дә бар тулылығында һынландырған Өфөләге Милли музей рәссамдары.

Реконструкция мәлендә был экспозиция, әлбиттә, һаҡлап ҡалынасаҡ.



Вернуться назад