Берҙәмбеҙме? “Тауыш” күрһәтер!01.01.2019

“Тауыш” телепроектының барлыҡ турҙарында уңышлы сығыш яһаған яҡташыбыҙ, Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева өсөн хәл иткес көс бөгөн – ул Пётр Захаров, Шаэн Оганесян, Амирхан Умаев менән финалда көс һынаша. Тапшырыу 1-се каналда киске сәғәт унда башлана. Рушана файҙаһына смс-хәбәрҙәребеҙҙе йәлләмәйек!

Әйткәндәй, Рушананың әсәһе Нурия Урал ҡыҙы Төрөмбәт ауылынан.


– Ейәнсәрем беҙгә йыш ҡунаҡҡа ҡайта. Һөйләшер һүҙҙәребеҙ, уртаҡлашыр серҙәребеҙ күп. Беҙҙең менән саф башҡортса аралаша, – ти Рушананың өләсәһе Миңлегөл апай, ейәнсәре өсөн ғорурлыҡ кисереп.

Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙына еңеү яуларға ярҙам итәйек. Берҙәмбеҙме, таланттарыбыҙҙы күтәрә беләбеҙме, киләсәгебеҙгә битараф түгелбеҙме? “Тауыш” күрһәтер!



Вернуться назад