Ҡазанда йыл аҙағында III “Үҙгәреш еле” фестивале үтте. Унда 21 йырсы ҡатнашҡан. Хатта Американан да махсус ҡунаҡ саҡырғандар. Әммә сығыш яһаусылар араһында Элвин Грейҙың булмауы күп тамашасыны аптырашта ҡалдырған.
“Фестивалде ойоштороусыларға иҫкәрмә яһамай булдыра алмайбыҙ, – тигән улар. – Тамаша Элвин Грейһыҙ үтергә тейеш түгел ине. Тап ул үҙенең ижады менән татар эстрадаһына үҙгәреш килтерҙе, айырыуса үҫмерҙәр күңелендә беҙҙең музыкаға ҡыҙыҡһыныу уятты”.
Әйткәндәй, “Мәскәү татарҙары штабы” вәкилдәре яҡташыбыҙҙың Ҡазанда үткән концертына күмәкләп килгән. Уның лидеры Рөстәм Ямалиев: “Элвин Грей – башҡорт һәм татар эстрадаһы феномены”, – тип белдергән.