Башҡорт кинематографияһындағы сериалдарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә был кино төрө оҙайлы байрамдарҙа, ялдарҙа ҡарарға бик тә ярап ҡала. “Өйҙәштәр” башҡорт ситкомы хаҡында (режиссеры – Роман Пожидаев) ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул 3 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында зәңгәр экрандарға сығасаҡ.
“Баш ҡалабыҙ Өфөгә яңы тормош башларға тип йәштәр эркелеп килә. Ә бына беҙҙең геройҙарыбыҙ – яҙыусы Револь Мәмбәтов, Әбйәлил егеттәре Мәхмүт менән Дэн, Сибайҙан апалы-һеңлеле уҡымышлы Зәлиә менән елбәҙәк Әлиә, һинд практикалары менән шөғөлләнгән Сулпан, эшҡыуармын, тип тә бер эш ҡыйрата алмаған Айраттың барыһы ла “ҡара риэлтор” ҡорбандары була һәм бер фатирға барып эләгә. Сығып китергә – һуңғы аҡсаларын биргәндәр... Һәм бер ай буйына төрлө холоҡло, төрлө шөғөллө йәштәр бер торлаҡта ҡалырға мәжбүр. Шунан башлана ла инде күңелле һигеҙ сериялыҡ комедия!
Төп ролдәрҙә М. Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актерҙары Рәмзил Сәлмәнов, Шәһит Хамматов, Зөлфәр Әхмәтов, Салауат Юлдашбаев , Аида Күлбаева , Алтынай Юнысова, Зөлмәрә Ҡарабулатова ҡатанаша. Башҡа ролдәрҙә – популяр йырсылар, актерҙар Сәғиҙулла Баййегет, Рөстәм Ғиззәтуллин, Туймазы театрының баш режиссеры Илнур Муллабаев, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Фирғәт Ғарипов, Урал Әминев , Артур Кәбиров, Айнур Ситдиҡов, Юнир Ҡоланбаев , Суфия Ҡорбанғәлиева һәм башҡалар”, – ти “Өйҙәштәр”ҙең сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева үҙенең “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһендә.