10 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Аксаков шыршыһы - 2019” мәрхәмәтлек акцияһы үтәсәк. Унда һаулығында кәмселектәре булған, ауыр ғаилә хәленә тарыған һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары балалары – 300-гә яҡын кеше киләсәк.
“Аксаков шыршыһы”на шулай уҡ хөрмәтле ҡунаҡтар саҡырылған. Улар – танылған балалар табибы Леонид Рошаль, төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.
“Социаль шыршы байрамын йыл һайын уҙғарырға булдыҡ. Байрамда беҙҙең артистар, шулай уҡ ҡурсаҡ театрынан һәм байрам агентлыҡтарынан аниматорҙар балаларҙың күңелен асасаҡ. Тәүҙә шыршы янында тамаша була, артабан музыкаль әкиәт күрһәтеләсәк, һәм кемгә бүләктәр бирәсәктәр”, – тине театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов.
Уның белдереүенсә, театрҙа инвалид балалар өсөн уңайлы мөхит булдырылған.
“Аксаков шыршыһы”н Өфө ҡалаһы һәм Киров районы хакимиәте, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, баш ҡала предприятиелары һәм банктары ойоштора.