Бөгөн “Мин – Марат” башлана29.12.2018
Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй залында “Мин – Марат” спектакленың премьераһы үтәсәк. Драманың нигеҙендә Урал Ғәлиевтең “Тамамланмаған повесть” һәм “Кирегә юл юҡ” тигән әҫәрҙәре ята. Режиссер, сценарий авторы һәм башҡортсаға тәржемә итеүсе – Айрат Абушаһманов.

Театрҙың пиар-менеджеры Шәүрә Ғәббәсова әйтеүенсә, спектакль тамашасыларҙы 80-се йылдарға алып ҡайта. Телевизорҙа – Брежнев, илдә – торғонлоҡ, “ғаилә – йәмғиәт ячейкаһы”. Төп герой Марат – ябай совет табибы, намыҫлы эшләй, төнгө дежурҙар ала, өлгөлө ир һәм атай, ҡатыны – уҡытыусы. Көн дә бер юл: өй-эш, эш-өй. Барыһы ла контролдә кеүек. Әммә бер көн уның ғәҙәти тормошона мөхәббәт килеп инә һәм барыһы ла аҫты өҫкә әйләнә...

Спектакль артабан 15 һәм 26 ғинуарҙа күрһәтеләсәк.





Вернуться назад