“Нефтсе” кинотеатры асылды28.12.2018

Ошо көндәрҙә Яңауыл ҡалаһында кинотеатр асылды.

Был ваҡиғаны күптәр көтөп алды, сөнки әүәлге “Дуҫлыҡ” кинотеатры ябылғас, һуңғы ун биш йылда урындағы халыҡ фильмдарҙы ҙур экранда ҡарау мөмкинлегенән мәхрүм ине. Әле иһә яңауылдар картиналарҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өр-яңы “Нефтсе” кинотеатрында ҡараясаҡ. Ул Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларындағы кинотеатрҙарға булышлыҡ итеү конкурсында алынған биш миллион һумлыҡ федераль грант иҫәбенә барлыҡҡа килде.

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тантанала проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Йәштәр һарайында капиталь ремонт, шул иҫәптән бында кинозал асыу “Башнефть” йәмғиәтенең иғәнәләре һәм хәйриә фонды аҡсаһына башҡарылды.



Вернуться назад