Тел дә тел тип күп һөйләйбеҙ. Башҡортлоҡ телдә генә кеүек күрә башлай ҡайһы берәүҙәр, ә үҙҙәренең фиғеле төптө башҡорт түгел. Башҡорт телен өйрәнгән сит милләт кешеһен хәтерләтә улар.
* * *
Тел белмәй ҙә асылы менән башҡорт булып үҫеп еткән әллә күпме ҡала башҡорто бар. Тел белмәү сәбәптәре ул кешелә генә түгел, ата-әсәһе тырышмағандан да түгел, хатта насар ишетеү арҡаһында ла (өндәрҙе ишетмәй, шуға күрә әйтә алмай), ниндәйҙер ауырыу арҡаһында ла теле оҙаҡ сыҡмай, телде өйрәнә алмаған кешеләр була.
* * *
Телде белеү бик мөһим, әммә асылыбыҙ башҡорт булып ҡалыу унан да мөһимерәк! “Башҡорт аҡ май кеүек, – тигәйне бер саҡ бер танышым. – Аҡ май – иң тәмле май, әммә боҙолһа ағыуға әйләнә”.
Имеш, яңыса йәшәргә өйрәнәбеҙ тип беҙ бик күп яман ғәҙәттәргә өйрәнәбеҙ. Ситтәрҙән өйрәнәбеҙ икән – яҡшыһын өйрәнәйек, туғандар! Боҙолмайыҡ, аҡ май боҙолһа ағыуға әйләнә икәнен онотмайыҡ!
* * *
Милләт хаҡына, туған тел хаҡына турғай суҡышындай бер нәмә ҡылһалар, бар донъяға шуны яр итеп, мин бына шуны эшләнем, ә ниңә тегеләр шулай итмәгән, былар былай итмәгән тип кеше күҙен суҡырға тотонған бәндәләр күренә башланы. Эшләгәнһең икән – был бит һинең бурысың!
Һәр башҡорт милләт хаҡына көсөнән килгәнен эшләргә бурыслы, милләт тип уйламаһа, ата-бабам хаҡына, улар рухына тип эшләһен! Шул уҡ ваҡытта башҡалар эшләгәнде күрә лә белмәй улар!
* * *
Рәми Ғариповтың туған тел тураһындағы шиғырын килтереп сығаралар ҙа, ә ниңә бөгөнгө яҙыусылар шулай яҙмай, тиҙәр! Яҙалар, бик көслө әҫәрҙәр бар! Тик уҡымайһығыҙ бит, дәғүә белдереүселәр! Юғиһә, белер инегеҙ!
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
* * *
Милли мәсьәләлә ваҡ нәмә юҡ, фил сысҡандан юҡҡа ҡурҡмай. Шуға күрә һәр кемебеҙ ҡулынан килгәнен эшләргә тырышһын.
Кем әле Википедия ирекмәне түгел – шунда саҡырам. Хәҙер виртуалда беҙҙе донъяның төрлө тарафтарынан инеп уҡыйҙар, телебеҙҙе белмәгәндәр машина тәржемәһе аша уҡый. Яндекс та википедистар ярҙамында тулылана, камиллаша, тик ул әле ныҡлы эшләүҙе көтә.
Үҙебеҙ хаҡында һөйләйек! Үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҙә беләйек, башҡорт булып тыуыу ғына етмәй, башҡорт кем ул тигән һорауға ла яуап бирә беләйек, өйрәтәйек.
* * *
Хәҙер һайлауҙарҙа туған телдә бюллетень менән тауыш бирергә теләүселәр арта.
Металлургия комбинатында бик тәнҡитләргә яратыусы ағай була торғайны. Шул һайлауға татар телендә бюллетень таптырып алған. Үҙе шуның һыртына етәкселекте тәнҡитләп әллә нәмәләр яҙып бөткән. Ҡултамға ҡуймаған. Кем яҙғанын асыҡлағандар ҙа, әйҙә йөрөттөләр уны клевета яҙған тип. Кеше, ҡайҙан белгәндәр, тип аптырашҡан булды. Татар телендә бюллетень таптырыусы бер үҙе булғандыр инде, уны асыҡлау ҡыйынмы ни.
Был 70-се йылдарға тиклем булды.
* * *
Бер йылы Мәскәүҙә күп балалы ғаиләләргә бағышланған ниндәйҙер сара булды. Бүләктәр тапшырылғанды “Беренсе” каналдан күрһәттеләр. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгәйнеләр. Бүләк алғандарҙың бисәләре сыға ла һөйләй, сыға ла һөйләй. Сират кавказдарға етә башланы. Үәт, мин әйтәм, хәҙер ирҙәр һөйләйәсәк! Тап шулай булды ла – ғаилә башлыҡтары сығып һөйләне! Матур һөйләнеләр, хатта күҙҙән йәштәр сыҡты – бына бит атай тәрбиәһе!
Беҙ кем тәрбиәләйбеҙ?
* * *
Күрше йәшәгән ике бер туған әбейҙе белә инем. Икеһе лә бик оло йәштә, туҡһанға етеп баралар, әммә ныҡ ҡыналар, тик ултырмайҙар.
Бер хәлдәрен белеп китәйем тип юл ыңғай инһәм, береһе өйҙә юҡ, икенсеһе һуҡрана-һуҡрана бәрәңгенән ҡорт йыйып йөрөй. Апаһына зарлана: ҡортон йыя ла минең яҡҡа ырғыта, ти. Үҙе лә шулай иттеме-юҡмы, гонаһына инмәйем, аралағы кәртә янында йөрөй ине былай.
Сабый аҡылы ингәнсе йәшәргә яҙмаһын ине.
* * *
Туҡтаным, тутҡаным, туҡраным.