Аудиокитап тиҙҙән буласаҡ!25.12.2018
Сибай институтында филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова етәкселегендә бер төркөм сутденттар, атап әйткәндә, педагогика факультеты студенттары Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип аталған проект өҫтөндә эшләй. Ул Рәсәй Предиденты грантына лайыҡ була, хаҡы – 265 мең 555 һум.

Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, әле проектты тормошҡа ашырыу эше башланған. Кәрәкле тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.

“Проекттың төп маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, күреү һәләте сикле булған йәки бөтөнләй тома һуҡыр кешеләргә башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереү. Интернет селтәрендә шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыған аудиокитаптың булмауы асыҡланды. Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрынан Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Риф Сәйфуллин уҡыуында бер нисә авторҙың шиғырҙары яҙҙырылды”, – тине ул.


Тиҙҙән интернет селтәрендә башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының ижадынан төҙөлгән аудиокитапты тыңлау мөмкинлеге буласаҡ.



Вернуться назад