Мостай эҙҙәренән... Өс таған25.12.2018

Ундай етәксе булғанда...

Учалы ауылында райком, райсовет (зданиены Ғөбәй Сәлим улы төҙөтә), сельпо, райсоюз, дауахана урынлашҡан. Кескәй генә сәйхана асыла. Колхоз идараһы ла Учалы ауылында төпләнә. Бында хәстәрле етәксе Ғөбәй Фәтҡуллин “Совет” колхозын үҫтереү буйынса киң пландар төҙөп, ал-ял белмәй, башкөллө эшкә сумған. Бригадаларға сығып ферма мөдирҙәрен, бригадирҙар һайлайҙар. Колхозсылар араһында тәртип булдырыу өсөн агитация эштәрен уҡытыу­сыларға йөкмәтәләр, иптәштәр суды, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторола. Стена гәзиттәрендә эш барышын яҡтыртыу өсөн мөхәррирҙәр һайлана.

“Колхозда булған етешһеҙлектәр, уңыштар тураһында яҙып, типографияла 300 дана тираж менән хужалыҡтың “Колхозсы” исемле гәзитен баҫтыра инек. Был гәзитте сығарыуҙа яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров ярҙам итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йылдан һуң, типографияның ҡеүәте етмәй, ҡағыҙ менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен тип, район етәкселәре был гәзитте сығарыуҙы тыйҙы”. Фәтҡуллиндән. Тағы ла алға китеп әйтмәксемен. Мөхәммәт Хәйҙәров Ғөбәй дуҫының һорауы буйынса “Совет” колхозының тарихын яҙып бирә.

Ғөбәй Сәлим улы һуғыштан һуңғы иң ауыр мәлдәрҙә “Совет” колхозын аяҡҡа баҫтырыу өсөн төрлө саралар эҙләй. Баҫыуҙарҙа тәүләп ҡар тотоу ойошторола, колхоз өсөн агроном һәм зоотехник юллап алына...


Бер-береһенән алыҫ ятҡан ферма­ларҙы, бригадаларҙы ат менән йөрөп сығыу ҡыйынға төшә. Автомашина кәрәк. Райком, райсовет ризалығы менән ун мең һумға алтын руднигында эшләгән бер инженерҙан “Москвич” машинаһы һатып алына. Сәғәт 8-9-ға ҡәҙәр йоҡлап өйрәнгән колхозсыларға иртәрәк барып етеү мөмкинлеге тыуа. 1951 йылда Учалыла һыйырҙар өсөн таштан торлаҡ һала башлайҙар, был эшкә Һәйтәк менән Өргөн бригадаларында ла тотоналар. Төҙөлөш материалдары бер генә “полуторка” автомашинаһы һәм аттар менән ташыла... Уҡыусы, ғәжәпләнмә. “Совет” колхозының аяҡҡа баҫыуын күрһәткән был юлдарҙа Мостай Кәримгә ҡағылышлы ике әйбер бар. Береһе – “Москвич” автомобиле. Был машинала “өс таған” эш менән ҡайҙарға бармаған да күпме оҙон юлдар үтмәгән. Икенсе машина – “полуторка” тип йөрөтөлгәне. Шул машинала Мейәстән М. Кәримдең ғаиләһен ҡаршы алғандар, Өргөнгә килтергәндәр.

Эш – эш урынында. Әҙерәк күңел асып, бергәләп һөйләшеп ултырыу ҙа кәрәк. Байрамдарҙы күмәкләп үткәрһәң, күңеллерәк була. Ундай осраҡтар ҙа була дуҫтар араһында.

Иң ҡиммәтле бүләк – шиғыр

“1954 йылда, ҡырҡ йәшемде билдә­ләп, үҙебеҙҙең өйҙә ҡунаҡ йыйҙыҡ, – тип яҙа Ғөбәй Сәлим улы. – Унда Мостай Кәрим дә ҡатнашты. Ул миңә арналған шиғырын уҡыны. Күренекле шағирҙың үҙ ҡулдары менән яҙылған шул шиғырын һаман да ҡәҙерләп һаҡлайым”. Китапта уның фотокүсермәһе лә бирелгән. Был ижад емеше гәзит уҡыусыларға тәүләп тәҡдим ителә.

Ғөбәйгә
Ҡырҡ йәштә ир йә ҡанат йәйер,
Йә һындырып ҡуйыр ҡанатын.
Ҡырҡ йәшкә аяҡ баҫҡан саҡта
Һин эйәрләп мендең дан атын.
Һине тәбрик итеп, Ғөбәй дуҫым,
Күтәрәмен тулы бокалды.
Ҡотлайым мин һинең тыуған
ерҙе –
Учалыны, Өргөн, Ҡалҡанды.
Ҡанаттарың, беләм, ғүмере
талмаҫ,
Һин бирешер егет түгелһең.
Һикһәндә лә һинең үткән юлға
Ҡом ҡойолмай, нурҙар һибелһен.
Мостай Кәрим.
1954 йыл, 5 август.

Беҙҙең Учалы яҡтарында кешегә ҡарата “ауан” тигән һүҙ күп ҡулланыла. М. Кәримдең Ғөбәй дуҫына ҡарата әйтелгән “Һин бирешер егет түгелһең” һүҙҙәре, “һин ауанһың” тип ҡабул ителгәндәй. Тимәк, һин “тәүәккәлһең”, “ҡыйыуһың”, “булдыҡлыһың”.
Ғөбәйҙәрҙәге ҡунаҡтан өс йыл үткәс, йәнә бер мәжлескә “тап булабыҙ”.

“1957 йылдың 15 ғинуарында район гәзите мөхәррире Мәүлит Байгилдин һәм мин ғаиләләр менән Өргөндә Мөхәммәт Хәйҙәровтың өйөндә ҡунаҡ булып ултырғанда, Мәскәүҙән, тип телефонға саҡырҙылар. Мөләйем тауышлы ҡатынҡай: “СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғин­уарындағы Указы менән һеҙгә “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ысын күңелдән ҡот­лайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ”, – тип хәбәр итте. Көтмәгәндә бындай яңылыҡты ишетеү үҙемә лә, башҡалар өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Мәжлестә ҡатнашҡан бөтә иптәштәр ҙә, ҡайһыһы ҡосаҡлап, ҡайһыһы үбеп, мине ҡотланы. Был кисә алдан шундай шатлыҡлы хәбәр булырын белеп үткәрелгән кеүек тойолдо. Мин был хәбәргә ышанырғамы-юҡмы икәнен дә белмәнем” (Ғ. Фәт­ҡуллин, “Хеҙмәт биҙәй кешене”).
Яҙмаларымды йомғаҡлау алдынан һәр оло шәхесебеҙҙең фәһемле әйтемдәрен еткергем килә.
Күңел биреп эшләгән эш
Илһам бирә, бирә дәрт.
Егетлекте телдә түгел,
Хеҙмәтеңдә һин күрһәт.
Ғәзиз ғүмер матур итеп
Йәшәү өсөн бирелә.
Хеҙмәт менән хөрмәт бергә
Бәхет булып үрелә.
Был юлдар Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғөбәй Фәтҡуллиндыҡы булмаһа, йәғни үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән яҙғандарын раҫламаһа, кемдеңдер һүҙ уйнатыуы һымаҡ ҡына ҡабул ителер ине.

“Кеше гел оло, юғары маҡсат ҡуйып йәшәргә, рухи байлыҡҡа ынтылырға тейеш. Һәр кемдән яҡты эҙ ҡалырға тейеш донъяла, кеше был ерҙән эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел”. Ә был юлдар Мөхәммәт Хәйҙә­ровтан. Күренекле яҙыусының артынан тиҫтәләгән китапҡа тупланған ижад емештәре ҡалды.

Үткәндәремә үпкәм юҡ,
Михнәттән күп рәхмәте.
Дуҫтарым күп дошманымдан,
Ҡарғыштарҙан – рәхмәте... –
тип “Үткәндәргә салауат” әйтә Мостай Кәрим. Барыбыҙға ла күңел тыныс­лығы һәм ҡәнәғәтлек менән йәшәлгән ғүмеребеҙгә салауат әйтергә насип булһын ине.


...Тотош осор билдәһе булдылар

“Өс таған”, өс дуҫ, өс шәхес үҙҙәре йәшәгән осорҙа уҡ халыҡ һөйөүен, ихтирамын яуланы, ҡәҙер-хөрмәт күрҙе. Беҙ, өргөндәр, ауылдашыбыҙ Мөхәммәт Хәйҙәровтың юбилей кисәләрен ҙур ихласлыҡ менән билдәләп үттек.

“1965 йылда ул үҙенең 50 йәшен үткәрҙе. Ауыл клубында, тип хәтерләй ветеран уҡытыусы Зәнифә Ғәли ҡыҙы, – бер генә буш урын да ҡалманы. Стена буйҙарында тығыҙ сафтар булып ауылдаштар теҙелеп торҙо. Миңә, дружина советы председателе булған­ғалыр, тере сәскәләрҙән ҙур шәлкем тоттороп, нимә әйтергә кәрәк­леген өйрәтеп, Мөхәм­мәт ағайға тапшырырға ҡуштылар. Сәхнәгә сыҡ­тым. Алтынсы класта уҡып йөрөгән ҙур ғына ҡыҙ булыуыма ҡарамаҫтан, юғалдым да ҡалдым. Ҡыҙыл япма менән ябылған өҫтәл артында ҙур-ҙур ағайҙар ултыра. Мөхәммәт ағай уртала. Уның бер яғында ауылыбыҙға йыш килеп йөрөгән Мостай Кәрим, икенсе яғында Ғөбәй ағай Фәтҡуллин ултырған. Ҡалғандарын таныманым. Күп инеләр. Тулҡынланыуҙан шиғыр юлдарын бутап бөттөм, тот­лоҡтом. Әммә мөләйем йөҙ­лө Мөхәммәт ағайға букетты тапшыр­ҙым. Ғәрлектән илау өлөшөн өйгә ҡайтыуға ҡалдырҙым. Әсәйемдең йыуатҡаны хәтерҙә”.

Минең үҙемә М. Хәйҙәровтың Учалы ҡалаһында ла, тыуған ауылында ла уҙғарылған 80 йәшлек юбилейында, тыуыуына 90 һәм 100 йыл тулыуын билдәләгән тантаналарҙа ла ҡатна­шырға насип булды.
“Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле һанайһығыҙ­мы?” – тип һоранылар 80 йәшендә.

– Мин бәхетлемен, – тине ул, йылмайып. – Миңә гел яҡшы кешеләр уратылышында йәшәргә тура килде. Ете йәштән үкһеҙ етем ҡалып, яҙыусы булыу дәрәжәһенә күтәрелә алыр инемме мин? Юҡ, әлбиттә.

Мостай Кәримдең Учалы районында ҡалған эҙҙәре буйлап йөрөп, ана шул яҡшы кешеләрҙе, иң тәүҙә бөйөк шағир­ҙың үҙен, Хеҙмәт Геройы Ғ.С. Фәтҡул­линды һәм башҡа бик күптәрҙе иҫкә алыу бәхете тейҙе миңә лә. Әлхәм­дүлилләһ!

Мәҡәләм тулы булһын өсөн ауыл­дашыбыҙ, билдәле шағир Рамай Ҡа­һирҙың дуҫтарға арналған шиғырҙарын бирмәйенсә булдыра алмайым.

Ауылдашым Мөхәммәт Хәйҙәров
иҫтәлегенә
Намыҫлыны еңә алмай
Нахаҡ яла, һөргөндәр,
Ағай, һине һәр саҡ иҫләр
Яҡташтарың Өргөндә.
Бала саҡтан ғашиҡ инең
Урмандарға, тауҙарға.
Тыуған еркәйеңде һаҡлап,
Индең утлы яуҙарға.
Ижадыңды бәҫле итте
Ергә булған һөйөүең.
Һаман халыҡ хәтерендә
Халҡым тиеп йөрөүең.
Урмандарҙың йырын тыңлап,
Һулап икмәк еҫтәрен
Китеп барҙың... Һүндермәйсә
Яҡты күңел хистәрен.
Китеп барҙың... Тел әйләнмәй
Шул һүҙҙәрҙе әйтергә.
...Рухың тере! Шул рух менән
Яҙһын мәңге йәшәргә!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә
Тауҙар тыныс, ҡурҡмай улар
Ҡоторған ел-дауылдан.
Кешеләр генә моңая
Дуҫтарын юғалтыуҙан.
Мостай ағай, юҡһынғанда
Иң яҡын дуҫтарыңды,
Күкрәгеңдән осор, осор
Һис тынмаҫ ҡоштарыңды.
Шул ҡоштарың һайрағанда
Йәндәрегеҙ берегер.
...Ысын дуҫлыҡ – мәңгелек ул,
Дуҫтар рухы терелер!


Хәтирәләр яңырҙы

...Мәҡәләнең тәүге өлөшөн яҙып бөткәс, Мостай Кәримгә бәйле йәнә бер бәхетле осраҡҡа юлыҡтым. Тормош иптәшем менән элекке хеҙмәттәшебеҙ Зәкиә Сафый ҡыҙы Нафиҡованың хәлен белешеп (оло кеше, һуңғы мәл­дәрҙә сырхабыраҡ тора) йөрөп ҡай­тыр­ға булдыҡ. Әйтергә кәрәк, Зә­киә Сафый ҡыҙы – Мостай Кә­римдең “Өс та­ған”ындағы Вәзир­гә, дөрө­ҫөрәге, уның прототибына кейәүгә сыҡҡан ханым. Һүҙ артынан һүҙ сығып, әйтә ҡуйҙым: “М. Кәримдең Учалы яҡтарында булыуы тураһында мәҡәлә яҙҙым, уның дуҫтары Мөхәммәт Хәйҙәров менән Ғөбәй Фәтҡуллиндарҙы ла иҫкә алып үттем...” (Ғәмәлдә, улар булмаһа, М. Кәрим был тарафтарға килеп сығыр инеме?)
Зәкиә Сафый ҡыҙы йәнләнеп китте.

– Бик шәп эш башҡарғанһың, Салауат! – тине ул үҙенә генә хас ихласлыҡ менән. – Улай булғас, мәҡәләңдә яҙғандарыңды тере шаһиттың һүҙҙәре менән нығытып ҡуй. Ана, күрәһеңме, беҙгә ҡаршылағы йортта Ғөбәй ағайҙың улы йәшәй. Әбей менән бабай Өфөнән күсеп ҡайтып, Учалы ҡалаһында төпләнгәс, малайҙарына шул йортто алып биреште, бында йыш килеп йөрөнө. Бергә аралашып йәшәнек. Бабайҙың үлгәненә байтаҡ ваҡыт үтте инде, ә бына Камилә апай һиңә күпте әйтә алыр ине. Тартынып торма, алсаҡ, мөләйем апай ул.

Зәкиә Сафый ҡыҙы биргән телефон номеры аша алдан һөйләшеп килештек тә осра­шырға бул­дыҡ. Күс­тәнәс алып, ҡатыным менән Учалы ҡалаһына килеп еттек.

Һүҙҙәр беректе

Беҙгә ишекте Камилә апай үҙе асты. Бик ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты, сәләмләшеп, уның саҡырыуы буйынса ҡунаҡ бүлмәһенә үткәнсе һынаулы ҡарашын ташламаны. Һорау артынан һорау яуҙырҙы, минең турала тулыраҡ белергә тырышты.

Камилә Мөтиғулла ҡыҙы теремек, киң мәғлүмәтле, һүҙгә маһир, тормоштоң төрлө хикмәттәрен күп күргән апай булып сыҡты. Хәтере һәйбәт. Бөгөн уға 93 йәш. “Ғөбәйем үлгәнгә алты йыл үтеп китте”, – ти. Ғөбәй Сәлим улы 99 йәшендә вафат булған.

Камилә апай Учалы ауылындағы балалар баҡсаһында 38 йыл мөдир булып эшләгән. Учалы судында 28 йыл халыҡ заседателе йөгөн тартҡан.
Үҙенә килерҙән ике көн алда мин элекке бер абруйлы судьяға йыназа намаҙы уҡып, мәңгелек йортона оҙатышҡан инем. Шул турала белгәс: “Һин мулла булып йөрөйһөңмө ни әле, – тине, һынаулы ҡарашын миңә төбәп, – мәрхүмәнең янында төнгө сәғәт 2-гә ҡәҙәр ултырып ҡайттым”. Беҙҙең һүҙҙәр беректе. Бында килеү маҡсатын әйтеү менән Камилә апай йәнләнеп китте:
– Беҙ Мостай Кәрим, Мөхәммәт Хәйҙәровтар менән дуҫ булдыҡ, аралашып йәшәнек. Мостафа Учалыға килгән һайын Ғөбәй уларҙы Мейәстән машинала ҡаршы алыр ине. Тәүҙә беҙгә тейәләр.

Рауза бик һәйбәт ҡатын булды. Асыҡ, алсаҡ ине. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне.
Сәй эсеп, хәбәрләшеп алғас, Өргөнгә юлланалар. М. Хәйҙәровҡа Мостай Кәримдең ғаиләһенә йорт табып ҡуйыу бурысы йөкмәтелгәйне...


Уникаль архив көтә

Бына ошолай, хәтирәләрҙе барлай торғас, Камилә апай миңә мөрәжәғәт итте:
– Салауат, – ти апайыбыҙ бер аҙҙан, – мин һиңә Ғөбәйҙең үҙе тураһында ҡалдырған бөтә яҙмаларын, документтарын күрһәтәм.
Социалистик Хеҙмәт Геройының, бер яҡтан, хужалыҡ эшмәкәренең, икенсе яҡтан, хисле-тойғоло журналистың бөтә архивын бер осрашыуҙа тулыһынса асыуға көсөм дә етмәҫ ине, әммә ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бик ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт биреп үтәм.

Иң өҫтә Ғөбәй Сәлим улының үҙ ҡулы менән яҙылған мөрәжәғәте ята. Ейән-ейәнсәрҙәренә, балаларына, туғандары­на, яҙыусыларға, журналистарға өндәшә ул. Уның мәғәнәһе: бик иғтибар менән, ҡабаланмай, түҙемлек һәм ныҡышма­лылыҡ күрһәтеп, тормош юлымды һәм йәмғиәтте өйрәнһәгеҙ, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы әйбер (повесть, роман) яҙыр инегеҙ... “Һуғыштан һуң халыҡ хужа­лығын тергеҙеү үтә лә ауыр булды. Ләкин хеҙмәт яратыу, кешелеклелек, кешеләр менән эшләй белеү еңеү килтерҙе, тип тамамлай ул мөрәжәғәтен. Һәм 11 пункттан торған исемлек тәҡдим итә. Ни генә юҡ бындағы папкаларҙа: Ғөбәй Сәлим улының үҙ ҡулдары менән яҙылған документтары, отчеттары, ҡалын-ҡалын фотоальбомдар; “Совет” колхозы тураһында яҙылған мәҡәләләр, ВДНХ-ға әҙерләнгән брошюралар; яу һәм хеҙмәт өсөн би­рел­гән награда­ларҙың танытмалары, ҡотлау открыткалары, тан­тана­ларға саҡырыу ҡағыҙ­ҙары, телеграммалар, ҡалын дәфтәр­ҙәргә тупланған шиғырҙары, яҙмалары, ғәрәп гра­фикаһында яҙылған ҡулъяҙ­ма­лары, инициативалы төркөмдөң бер урамға Ғ. Фәт­ҡуллин исемен биреүгә әҙерләгән юллама ҡа­ғыҙҙары һәм башҡалар. Шунда уҡ М. Хәй­ҙә­ровтың “Мәскәүҙән ҡайт­ҡас” мәҡәләһе “Әҙә­би Баш­ҡортостан”, 1955 йыл, № 3).

Бына шулар араһында М. Хәйҙә­ровтың яҡын дуҫы һәм “Совет” колхозы хаҡында яҙылған бик күп мәҡәләләренән киҫен­теләр, Мортаза Ғөбәй­ҙулла улы Рәхимовтың ғаиләне 60 йыл бергә йәшәүҙәре айҡанлы ҡотлауы, Мос­тай Кәримдең телеграммалары... Һәр телеграм­маһында М. Кәрим Ғөбәй Сәлим улына “ҡәҙерле дуҫым” тип өндәшә.

Был папкаларҙы туплауҙа, альбом­дарға фотоһүрәттәрҙе йәбештереп барыуҙа ҡатын кешенең хәстәрлекле ҡулы күренеп тора. Ирен ҡарауҙа ла, уның мираҫын һаҡлауҙа Камилә Мөтиғулла ҡыҙының роле иҫ киткес ҙур.

– Ғөбәйем мине бер ваҡытта ла үҙе­нән ҡалдырманы. Өфөгә министр­лыҡҡа барһа ла, үҙе менән ала торғай­ны. Һи­нең менән йөрөһәм, юлым уңа, тиер ине.

Мөхәббәт мәңгелек

Был Камилә апайыбыҙҙың киң кү­ңелле, ярҙамсыл, ябай һәм ихлас булыуын күрһәтеп тора. Ул иренең ышаныслы терәге, ныҡлы таяуы булған. Тиктомалға ғына Ғөбәй Сәлим улы ҡатынының 70 йәшен ҡаршылағанда түбәндәге юлдарҙы яҙмаҫ ине. Бер аҙ ҡыҫҡартып булһа ла, был ҡотлауҙы бирмәйенсә мөмкин түгел. Ғаилә ҡороусыларға өлгө (һабаҡ) булыр тигән ышаныстамын.

“Донъяла иң ҡәҙерле, һөйөклө, яратҡан Камиләм!

...Беҙҙең тормошобоҙҙа аяҙ һәм күңелле лә, болотло һәм ҡайғылы ла көндәр булды. Быларҙың барыһын да беҙ йөрәктәребеҙ аша үткәрҙек, әммә еңеллекте лә, ауырлыҡты ла иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп күтәрә белдек...

Һөйөклөм! Бел һәм онотма: мин һинең менән һәр саҡ ҡәнәғәт булдым. Һин минең өсөн табип та, алтын ҡуллы хужабикә лә, яғымлы ҡатын да, тоғро дуҫ та, яҡын кәңәшсе лә булдың һәм булып ҡалаһың... Донъяла ниндәй яғымлы, йөкмәткеле, ялҡынлы ҡотлау­ҙар һәм теләктәр бар – барыһын да һиңә арнайым, ҡәҙерле Камиләм! Һине ҡосаҡлап үбеп, мәңгелек дуҫың, ирең Ғөбәйҙулла. 1995 йыл, 15 ноябрь”.
Камилә Мөтиғулла ҡыҙы ла иптәшенә ҡарата яғымлы һүҙҙәр таба белгән. “Йортобоҙҙо йылытыусы усаҡ”, “Нур һибеүсе һин беҙгә” һымаҡ сағыштырыу­ҙар менән ҡотлаған ул ғүмерлек дуҫын.

“Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда донъя нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Йәшә, Ғөбәй, йәшә йөҙгәсә.
Ғүмерлек ҡатының Камилә”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғөбәй Сәлим улы йөҙгә бер йәш кенә еткермәй ахирәткә күскән, йәне йәннәттә булһын.

Камилә апай иренең ҡалын дәфтәр­ҙәргә тупланған шиғырҙарын “Ғөбә­йемдең зар-моңдары” тип атаны, күҙенә йәш тулышып китте, шунан:
– Минең өсөн дә, балалары өсөн дә өҙөлөп торҙо инде ул. Әйҙә әле, Салауат, ҡәҙерлемдең рухына бағышлап аят уҡы, – тип һораны.
Мин быны көтмәгән инем, ләкин ҡаушап ҡалманым. Ҡиблаға ҡарап, аҙан әйтеп, доғаһын уҡыным да зал урта­һындағы өҫтәл янына барып ултырҙым. Унда, ҡалын таҫтамал өҫтөндә, транс­крип­цияһы һәм руссаға тәржемәһе менән бергә баҫылған “Ҡөрьән” ята ине. Мин ошондай кешеләр менән осраш­тырған бөйөк Мостайға эстән рәхмәт әйтә-әйтә, ҙур ихласлыҡ менән аят-сү­рәләр уҡыным. Һуңынан ошо шәхес­тәребеҙҙең барыһына ла исемләп доға бағышлап ҡуйҙыҡ. Әлхәмдүлилләһ. Урындары ожмахта булһын.


Вернуться назад