ЙЫЛ ЯҘЫУСЫҺЫ! Флүр Ғәлимов сит ил уҡыусыһына танылды25.12.2018
Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы башҡорт әҙәбиәтендә бөгөнгө замандың киҫкен проблемаларын ғына күтәреп ҡалманы, ә Салауат Байғазин аша яңы образ тыуҙырыуға өлгәште.

Әйткәндәй, әҫәрҙең өҙөктәре “Алтын ҡаурыйлы Һомайғош” исеме менән быйыл “Роман-газета” журналында донъя күрҙе. Оҙаҡламай Бөйөк Британияла “The Taste of Forbidden Fruit” (“Тыйылған емеш тәме”) тигән исем аҫтында инглиз телен­дә баҫыласаҡ. Бындай тәҡдим менән авторға “Нәфис әҙәбиәт” нәшриә­тенең генераль директоры Алексей Гришанов мөрә­жәғәт иткән.

“Юность” журналының декабрь һанында Флүр Ғәлимовтың трилогияһына Рәсәйҙең танылған әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинский­ҙың рецензияһы баҫылды. Ҡул артың еңел булһын, ҡәләмдәшебеҙ!


Вернуться назад