ЙЫЛ ӨМӨТӨ! Шиғриәттә яңы тауыш25.12.2018
Башҡорт шиғриәте быйыл асыштарға бай булды. Быға “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе, “Әҙәбиәт мәктәбе” кеүек саралар сәбәпсе.

“Ҡош юлы”нда Гран-при “Юлдаш” радиоһы дикторы, көнүҙәк эфирҙары менән ҡыуандырған популяр “Иртәнсәккәй тороп” тапшырыуын алып барыусыларҙың береһе Ғәзиз Әбделмәновҡа тапшырылды. Баҡтиһәң, ижадсының ҡәләме лә үҙен­сәлекле икән.

Ғәзиз – Хәйбулла егете, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамам­лаған. Башта шиғырҙарын күберәк урыҫса яҙа ине, әммә һуңғы ваҡытта башҡорт теленә өҫтөнлөк бирә.

Уның ижадына егеттәргә генә хас саялыҡ, етдилек хас. Шул уҡ ваҡытта шиғри юлдарында әйтеп бөтөлмәгән наҙ, эҙләнеүҙән тыуған өмөт, юҡһыныуҙан торған һағыш та һиҙелә. Ғәзиз шиғырҙарын сәхнәнән йөрәк түренә еткерерлек оҫта итеп уҡыу һәләтенә лә эйә. Быны ул “Ҡош юлы” фестиваленең үҙендә, яңыраҡ Өфөлә уҙған “Төнгө ултырыш”, төрлө шиғриәт кисә­ләрендә һәм интернет киңлектәрендә даими аҡлап килә: егеттең ижадын үҙ итеүселәр уның шиғыр уҡыған һәр видеояҙмаһын көтөп ала.


Вернуться назад