ЙЫЛ БАЙРАМЫ! “Мин – башҡорт кейемендә!”25.12.2018
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале, меңләгән кешене йыйып, лайыҡлы рәүештә йыл байрамы булараҡ тарихта ҡалды. Сара дүрт көн дауам итте. Унда Симфония төнө, Милли костюмдар, “Өфө-ҠУРАЙФЕСТ”, “Этнотөн” кеүек үҙенсәлекле байрамдар ойошторолдо. Уларҙа төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышырға, рәхәтләнеп йырларға, бейергә мөмкин ине.

“Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фес­тивале сиктәрендә баш ҡалала Башҡорт милли кейеме көнө булды. Шулай уҡ милли кейем теккән ойошма-ательелар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Фестиваль сиктәрендә Салауат Юлаев майҙанында башҡорт костюмына арнап тамашасылар менән уйын-викторина һәм “Мин – башҡорт кейемендә!” селфи-шоу, милли костюмдар, биҙәүестәр күргәҙмәһе, уларҙы һатыу ойошторолдо.

“Этнотөн-2018” кисәһенең хедлайнеры – Грузиянан танылған “Mgzavrebi” төркөмө музыканттары грузин милли уйын ҡоралы тандури тауышын ишеттерҙе. Ҡаҙағстандан “Ulytau” этно-рок төркөмө иһә классика һәм рокты, этник һәм заманса музыканы, скрипка һәм ҡаҙаҡ думбыраһын берләштереп, рок-музыка нигеҙендә заманса аранжировкалар тәҡдим итте. Бүрәт Республикаһынан килгән “Shono” төркөмө күсмә халыҡтарҙың боронғо йолаларын күрһәтте. Мордва Республикаһынан “OYME” төркөмө ҡыҙҙары тамашасыны халыҡ йырҙары нигеҙендәге замансалаштырылған тәжрибә композициялары менән ҡыуандырҙы.

“Этнотөн”дә шулай уҡ республика коллективтары ла сығыш яһаны.


Вернуться назад