ЙЫЛ ПРЕМЬЕРАҺЫ! Тарихи спектаклдең сағыу биҙәктәре25.12.2018
Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры яңы миҙгелде “Ашҡаҙар” премьераһы менән асты. Спектакль бер юлы өс мөһим ваҡиғаға – Башҡортостан Республикаһына 100 йыл, Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыныуға шулай уҡ бер быуат тулыуға һәм “Ашҡаҙар” пьесаһы авторы, күренекле шәхес Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллығына арналды.

“Ашҡаҙар”ҙың үҙенсәлеге шунда: унда сюжет һыҙығы икәү. Тәүгеһе Мөхәмәтша Буранғоловты эҙәрлекләү, Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт театры асыу мәлдәрен һынландыра һәм тамашасыны талғын ғына йыр тарихына алып инеп китә. Икенсе сюжет һыҙығы Таңһылыу менән Йомағолдоң аяныслы мөхәббәт тарихы, социаль тигеҙһеҙлек хаҡында бәйән итеп кенә ҡалмай, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағыу, еренә еткереп һүрәтләй.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә була. Мөхәмәтша Буранғолов ролен башҡарған Рафиҡ Хәсәнов, бер юлы ике ролде уйнауы, секунд эсендә бер кешенән икенсеһенә әүерелеү һәләте менән барыһын да хайран ҡалдырған Марат Зөбәйеров, баҫалҡы ла, сая ла, тыйнаҡ та, ҡыйыу ҙа, нәзәкәтле лә, батыр ҙа Таңһылыу образын тыуҙырған Резеда Әмәкәсова, Вәлиулла Мортазин-Иманский менән Йомағолдо уйнаған Илфир Баймырҙин һәм башҡалар – йыл премьераһының сағыу биҙәктәре.


Вернуться назад