ЙЫЛ КИТАБЫ! “Арғымаҡ”лы беҙҙең халҡыбыҙ25.12.2018
Мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, “Йәйләү” башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен үҫтереү проекты авторы Мәрйәм Бураҡаеваның популяр булған “Арғымаҡ” китабын быйыл халыҡ үҙе аҡса йыйып, яңынан нәшер итеүгә өлгәште.

Ошо сара үҙе генә лә халҡыбыҙҙың тамырҙарына тоғролоғо, бөгөнгөһөнә битараф булмауы, киләсәген тәрән уйлауы тураһында әйтеп тора.
Бөгөн “Арғымаҡ” башҡорт ғаилә­ләренең өҫтәл китабына әйләнде. Тап ошо йыйынтыҡта мәҡәләләргә нигеҙләнеп тәрбиәләй йәш быуын балаларын.

Аң, Рух, Ғәм, Ырыҫ, Моң, Аҡыл, Ҡот – милләтебеҙҙе киләһе мең йыллыҡтарға ла алып сығыр сифаттар булыуы хаҡында яҙған әҙибә, мәғрифәтсе үҙ балаларын да, ейәндәрен дә ошо рухта тәрбиәләй.


Вернуться назад