ЙЫЛ ПРОЕКТЫ! “Йөрәк һүҙе”н әйт һин халҡыңа!25.12.2018
“Әйтер һүҙем бар” тигән проект менән башлап ебәргәйне күренекле замандашыбыҙ, сәнғәт әһеле Наилә Сәфәрғолова шиғыр һөйләү буйынса телевизион тапшырыуҙы.

Бөгөн халыҡ араһында попу­лярлыҡ яулаған, тәрән ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан “Йөрәк һүҙе” баш­ҡорт шиғриәтен һөйөүселәр конкурсы республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ араһында ла иң яратып ҡаралған, көтөп алынған сараларҙың береһенә әйләнде.

“Йөрәк һүҙе” – ул башҡорт теленә, башҡорт халҡының бөгөн­гөһөнә мөнәсәбәт, тәрән һөйөү. “Йөрәк һүҙе” – ул тарихыңа тая­нып киләсәгеңде хәстәрләү, һүҙ сәнғәте аша гражданлыҡ пози­цияңды белдереү. “Йөрәк һүҙе” – милләтеңә тоғролоҡ, йөрәк­тәге ихтилалдарҙы заманса ысулдар менән халыҡҡа еткереү.


Вернуться назад