Халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, йырсы Илшат Сибәғәтуллиндың моңло тауышы күптәрҙең күңелен әсир итте.
Быйыл ул, Мәскәүҙә “Роснефть” ойошторған сәнғәт әһелдәре конкурсында башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарып, Гран-при яуланы. Унан һуң Ҡаҙағстанда халыҡ-ара фестивалдә лә тап ошо йыр менән беренсе урынға лайыҡ булды.
Бөгөн Илшат Сибәғәтуллин “Саҡмағошнефть” идаралығында оператор булып эшләй. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Уға йыр сәнғәтендә яңы уңыштар теләйбеҙ. Башҡорт халыҡ йырын күтәрһәң, халыҡ йыры һинең мәртәбәңде арттырыр, Илеш егете!