ЙЫЛ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ! Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе25.12.2018
Яңыраҡ “Башҡортостан энциклопедияһы” башҡорт телендәге энциклопедияның 7-се томын әҙерләп, баҫыуға тапшырҙы. Ошо көндәрҙә ул донъя күрәсәк, интернет селтәрендә күп томлыҡ энциклопедия тулыһынса сығасаҡ.

2018 йыл республиканың ғилми йәмәғәтселеге өсөн бик уңышлы булды тип әйтергә була. Ғалим-энциклопедистар 2005 йылдан алып барған ҙур эште – башҡорт һәм рус телдәрендәге күп томлыҡ энциклопедияны туплауҙы тамамлай. Ул ҡағыҙ һәм электрон варианттарҙа рус телендә – ете мең, башҡорт телендә өс мең данала баҫылды. Энциклопедияның онлайн варианты баҫмаһы менән бер осорҙа барлыҡҡа килә, уны көн һайын Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәрҙә йәшәгән меңәрләгән кеше инеп ҡарай.

Әлеге хеҙмәттең 7-се томы “Башҡорт­остан энциклопедияһы”на 25 йыл тулған йылда донъя күреүе лә символик мәғәнәгә эйә. Был йылдар эсендә ғилми учреждение дөйөм тиражы 100 мең самаһы булған 30 томлыҡ 18 төр энциклопедия сығарыуға өлгәшкән. Һигеҙ энциклопедия электрон вариантта донъя күргән. Был күрһәткестәр һәм эш сифаты буйынса Башҡортостан ғалимдары илдә беренселәр рәтендә килә.

Ғилми нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, энциклопедистарҙың киләсәккә пландары ҙур. Улар үҙ йүнәлешендәге эште дауам итә, ә алдағы йылдарҙа энциклопедия­ларҙы инглиз һәм башҡа донъя телдәрендә лә сығарасаҡтар.


Вернуться назад