“Миләш”тәрҙең ҡышҡы балҡышы22.12.2018
Ҡыш көнө тамашасыларҙың күңелдәрен күтәреп, дәрт, илһам өҫтәп, яңы йыл кәйефе бүләк иткән “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле концерты ҙур аншлаг менән үтте. “Миләш”тәр Сибайҙа уҙған һәр мәҙәни сараға йәм һәм биҙәк өҫтәп кенә ҡалмай, ә репертуарының төрлөлөгө, бигерәк тә халыҡ йолаларына, урындағы авторҙарҙың ижадына мөрәжәғәт итеүҙәре менән һөйөндөрә.

Ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбаҡова әйтеүенсә, бында ҡаланың төрлө ойошма һәм учреждениеларында эшләгән, йыр-моңдо яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Йәш сикләүе юҡ. Әйткәндәй, ансамбль яратып башҡарған күп йырҙарҙы һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы үҙе ижад иткән. Күптән түгел “Миләш”тәр Магнитогорск ҡалаһында үткән “Урал дуҫтарын йыя” Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.




Вернуться назад