“Беҙ – Бикбайлы халыҡ!”21.12.2018
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Башҡортостан бында башлана!” тип аталған ижад кисәһе булды. Шағирға күркәм юбилейы айҡанлы Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев үҙ сығышында: “Әҙәбиә­тебеҙҙең алтын бағанаһы — Рауил Бикбаев ҡасандыр Шәйех­зада Бабичты халҡына ҡайтарыу өсөн ҙур көс һалды. Ул һәр ваҡыт арымай-талмай халҡыбыҙға, әҙә­биәте­беҙгә, телебеҙгә хеҙмәт итте. Бөгөн дә үҙ асылына тоғро. Әлбиттә, беҙ шундай шәхес­тәребеҙҙең күберәк булыуын теләр инек, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла беҙ Бикбайлы булыуыбыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ! Беҙ – Бикбайлы халыҡ!” – тине.

Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары, шағир Геннадий Иванов, Рауил Төхвәт улын юбилейы менән ҡотлап, В. Шукшин исемендәге “Намыҫ өсөн” алтын миҙалын тапшырҙы. Был наградаға Рәсәйҙә бик һирәк яҙыусылар ғына лайыҡ.

Татарстандан килгән делегация – Яҙыусылар союзы рәйесе Данил Сәлихов, халыҡ шағир­ҙары Роберт Миңнуллин, Гәрәй Рәхим, ҡәләмдәштәренә йылы һүҙҙәрен еткерҙе, туғандарса ҡәҙер-хөрмәтен күрһәтте. Данил Хәбибрахман улы йыр ҙа бүләк итте.

Ҡәләмдәштәре — халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, С. Юлаев пре­мияһы лауреаттары Камил Йыһаншин, Салауат Әбүзәров, шағирәләр Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина юбилярға ижади фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт әйтте, шиғырҙар бағышланы.

Рауил Төхвәт улының сығы­шы менән Ырымбурҙан икәнен һәр кем белә. Был сараға яҡ­таштары ла эркелешеп килгәйне. Улар йырҙар башҡарып, абруйлы шәхескә арнап шиғырҙар уҡыны. Зал тулып килгән халыҡ йырлы-моңло кисәнән күңеленә моң алып ҡайтты. Халыҡ шағиры уҡыусыларына шиғырҙарын һөйләне. Яҙыусыны байрамы менән туғандары, ейәне, бүлә­ләре лә ҡотланы. Моңло тауышлы йырсылар Вахит Хызыров, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Илшат Сибәғәтуллин, Юнир Һағынбаев Рауил Бикбаев шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. 80 йәшлек юбилейын халыҡ шағиры уҡыусылары менән көр кәйефтә ҡаршы алды.


Вернуться назад