Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңы төҫ алды.
Ауыл биләмәһе хакимиәте, фельдшерлыҡ пункты һәм почта бүлексәһе урынлашҡан мәҙәниәт йортона был көндә үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар, әүҙем йәмәғәтселәр һәм күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылды. Үҙешмәкәр артистар “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектына һатып алынған сәхнә кейемдәре, йыһаздар һәм музыка уйын ҡоралдары презентацияһына ашыҡты, икенселәр иһә Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотовҡа һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Антон Матренин менән Тимур Ғилмийәровҡа шәхсән үҙ һорауҙарын бирергә теләне.
Ауыл халҡын тәү сиратта дөйөм социаль проблемалар – төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре борсой. Фәнисә һәм Фәрхәт Ғәбитовтар, мәҫәлән, үҙ урамдарында йәшәүселәр исеменән депутаттарҙан газ үткәргес һуҙыуҙа ярҙам итеүен һораны.
Ә бына ҙур шәхси хужалыҡ тотоусы Айҙар Зарипов һөт йыйыуҙы ойоштороуға бәйле борсолоуын белдерҙе. Әлбиттә, бөгөн ауылда ла, ҡалаларҙа ла иң киҫкен, көнүҙәк мәсьәлә булып торған сүп-сар реформаһы, пенсияға ҡағылышлы һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Шуны әйтергә кәрәк: мөрәжәғәттәр һорауҙарға яуап биреү менән генә сикләнмәне. Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ҡыҙыл һәм Ибрай ауыл Советтары халҡы менән әңгәмәлә депутаттар тормоштоң күп кенә яҡтары – эш урындары, демография, юл инфраструктураһы һәм хеҙмәттәр күрһәтелеүе менән дә ҡыҙыҡһынды. Осрашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Концерт шундай уҡ яҡшы кәйеф менән дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Ғәзизов сәләмләне, сәхнәлә күҙ яуын алырҙай милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар, танылыу яулаған “Әхирәттәр” төркөмө, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр, бейеү коллективтары, ағинәйҙәр сығыш яһаны. Яңы сәхнә кейемдәре, музыка уйын ҡоралдары — партия проектына ярашлы һатып алынған әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә клуб түбәһе капиталь ремонтланды, музыка аппаратураһы, яҡтылыҡ ҡорамалдары һатып алынды, сәхнә йыһаздары яңыртылды. Был маҡсатта федераль бюджеттан 2 миллион 999 мең һум һәм республика бюджетынан 409 мең һум аҡса бүленде.
Ҡыпсаҡ-Асҡар халҡына киләсәктә лә йырлай-йырлай ижади үрҙәргә артылыуҙарын һәм яңынан-яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙарын теләргә генә ҡала.