Элвин Грейға һәйкәл булырмы?20.12.2018
"Элвин Грей татар халҡын оялмаҫҡа өйрәтә һәм татар эстрадаһында ысын үҙгәреш еле булдырҙы", – тип яҙа "Татар-информ"дың татар редакцияһының баш мөхәррире Рәмис Латипов. Ул "Татнефть"-Арена"ла туғыҙ меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән концерттан тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

"Әле ҡасан ғына татар халҡы транспортта һөйләшергә оялған. Мин үҙем дә беләм. Беренсе класта уҡығанда Ҡазанға килгәс, транспортҡа ултырғанда миңә: "Татарса һөйләшмә", – тип киҫәткәндәрен хәтерләйем. Ә Элвин Грей концертынан ҡайтып барған халыҡ троллейбуста ҡысҡырып "Уфтанма" йырын башҡарҙы. Татар йырының көсөн төрлө телле тамашасыға һеңдерә алған кеше – ул Элвин Грей".

Артабан автор яҡташыбыҙға татар телен һаҡлауҙағы хеҙмәттәре өсөн Туҡай премияһын бирергә кәрәк, түшенә Халыҡтар Дуҫлығы орденын тағырға, хатта кисекмәҫтән һәйкәл проекты тураһында ла уйлай башларға кәрәк тигән фекерен белдерә.




Вернуться назад