Рәүис Заһитовҡа... самолет биргәндәр20.12.2018
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов күптән түгел үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ғәҙәттәгесә, был көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры халыҡ менән тулы булды. Тамашасылар яратҡан артисын сәскәләргә, алҡыштарға күмде.Ә бынан байтаҡ йылдар элек уға самолет биргәндәрен күптәр белмәйҙер әле.

Ул көндө актерҙар Бөрйән районында гастролдә йөрөй һәм ниндәйҙер сәбәп менән самолетҡа һуңлай. Ахырҙа Стәрлетамаҡ аша ҡайтырға булалар. Аэропортҡа килеүен киләләр, ә Өфө яғына бер транспорт та юҡ.

Рәүис Заһитов етәкселеккә һөйләшергә тип инеп китә. Уны аэропорт начальнигы танып, ҡосаҡлап ала. Артист үҙенең йомошон белдергәс, ул сәнғәт әһелдәренә Өфәгә ҡайтырға самолет биреп, үҙе оҙатып ҡала.


Вернуться назад