Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта!18.12.2018
Йыл башынан Баймаҡ телевидениеһы тарафынан иғлан ителгән “Рух ҡошо” проекты шиғриәтте яратҡан, үҙҙәре ижад иткән шиғри күңеллеләрҙе бергә туплап ҡына ҡалманы, ә һүҙ ҡәҙерен белеүселәр өсөн оло бер Шиғриәт байрамын да бүләк итте.

“Рух ҡошо” проектында төрлө йәштәге 67 бәйгесе ҡатнашты, улар яңғыҙ, парлы һәм трио рәүешендә сығыш яһаны. Араларында яҡташ шағирҙарҙың да, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар ҙа яңғыраны.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йомғаҡлау кисәһендә авторҙар үҙҙәренең шиғырҙарын ятлаған бәйгеселәргә бүләктәрен тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ғаиләһе уҡыусыларға аҡсалата бүләк бирһә, Рәйес Түләковтың һеңлеләре үҙҙәре эшләгән селтәрҙәрҙе тапшырҙы. Шулай уҡ Аҫылғужа Баһуманов һәм Урал Мостафиндың ғаиләләре лә шиғриәт һөйөүселәргә бүләк әҙерләгән.

Ә бына Өфөнән шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Лилиә Ҡәйепова, Фирүзә Абдуллиналар хатта үҙҙәре үк байрамға килеп, сараға йәм өҫтәне.

“Рух ҡошо” барыһын да рухландырҙы, илһам һәм дәрт бирҙе, яңы ижадҡа этәрҙе. Проект авторы, шағирә һәм журналист Айгөл Иҙелбаева әйтеүенсә, проект Илгизәр Бураҡаевтың “Рух ҡошо” исемле риүәйәте нигеҙендә алынған, телевидение хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡыҫҡаса фильм төшөрөлгән, экрандан йыл дауамында барған бәйгеселәрҙең сығыштары күрһәтелгән. Киләсәктә лә был проект дауам ителер, ти уны ойоштороусылар.

Гран-прины Айбулат һәм Заһит Ғүмәровтар алды.




Вернуться назад