Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай?17.12.2018
"Харис Шәрипов Мәскәүгә киткәнме әллә? Баш ҡала сәхнәләрендә уның йырлағанын йыш күрергә тура килә", – тип ҡыҙыҡһына гәзит уҡыусылар.

Эйе, студент сағында уҡ Смоленск ҡалаһында "Рәсәй тауыштары" конкурсында лауреат булып, тамашасыларҙың алҡышына күмелгән Харис Шәрипов хәҙер Мәскәү ҡалаһында эшләй. Әммә йырсы булып түгел. Шулай ҙа моң эйәһен әленән-әле төрлө мәҙәни сараларға йыш саҡыралар.

Күптән түгел ул Милләттәр йортонда сығыш яһап, барыһының да күңелен әсир иткән.

– Оҡшаттылар, гөрләтеп ҡул саптылар. Артист өсөн ошонан да оло бәхет юҡ, – ти үҙе был хаҡта.


Вернуться назад