Данирҙы яратып ҡалғандар17.12.2018
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Традицион музыка башҡарыу факультеты студенты Данир Мәсәлимов Саха – Яҡут Республикаһында үткән “Рәсәй халыҡтары эпостары” беренсе бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленән дипломант булып ҡайтты.

Данир фестивалдә думбырала уйнап, көйләп, өзләп “Аҡһаҡ ҡола” эпосын тулыһынса һәм “Урал батыр” эпосынан өҙөк башҡарған.

Беренсе йәш йыраусылар бәйгеһе Якутск ҡалаһында ике көн дауамында барған. Этник ижад фестиваленә Яҡут Республикаһынан, Тыва, Алтай һәм Башҡортостандан эпос һөйләүселәр йыйылған.

"Миңә белем биргән Өфө сәнғәт училищеһынан уҡытыусым Гүзәл Үмәрғәлинаға, институттан Сабир Әбхәлимовҡа, конкурсҡа әҙерләгән остазым Илһам Байбулдинға, юл сығымдарын күтәрешкән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллинға ҙур рәхмәт! – ти йәш йыраусы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Вернуться назад