Айгиз Татарстанға китерме?15.12.2018
"Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын зар илатҡан Айгиз Баймөхәмәтовты төрлө төбәктәргә йыш саҡыралар. Ҡаҙағстан, Дағстан, Азербайжандың әҙәбиәт һөйөүселәре яҡташыбыҙ менән яҡындан осрашыу ҡыуанысын кисерҙе. Ошо көндәрҙә йәш яҙыусыны йәнә Татарстанға саҡырҙылар.

Рәсәйҙең милли республикалары араһында Айгиз Баймөхәмәтов әҫәрҙәре иң уҡымлыһы. Ул – күп тираж менән сыҡҡан берҙән-бер автор. Быйыл ғына уның китабы башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ телдәрендә 20 мең тираж менән нәшер ителде һәм тиҙ арала сауҙа кәштәләренән таралып бөттө. Тиҙҙән авторҙың "Әкиәтһеҙ баласаҡ" исемле китабы татар телендә донъя күрәсәк.

Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты, шағир һәм драматург Ркаил Зәйҙулла үҙенең сәхифәһендә: "Айгиз, һин – ике халыҡтың әҙәбиәтен тоташтырып торған замандашыбыҙ. Беҙҙең күп яҙыусыларыбыҙ өсөн өлгөһөң", – тип яҙған.


Вернуться назад