Ошо көндәрҙә ил буйынса Театр йылын асыу тантаналары үтте. Президент В.В. Путиндың Указына ярашлы, киләһе миҙгел Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Акцияға Башҡортостандың бөтә 12 театры ла ҡушылды.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Урал батыр” спектакленең премьераһы булды. Тамашаға килгән халыҡты республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне. Был көндә театрҙа рәссам-бутафор Анатолий Жучковтың Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмәһе әҙерләнгәйне. Фойела оркестр сығыш яһаны, тамашасылар менән уйындар ойошторолдо.
Театр йылын асыуға арналған байрам саралары, интерактив тамашалар, флешмобтар Өфөләге һәм тотош республикалағы театрҙарҙың барыһында ла үтте.