Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе13.12.2018
Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты тамамланы. Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлеге хеҙмәткәрҙәре был хеҙмәт өҫтөндә 2006 йылдан алып эшләне.

Проекттың етәксеһе – Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова.

2011 йылдың аҙағында был һүҙлектең тәүге ике томы донъя күргәйне. Ул Башҡортостан Республикаһы Президенты, республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар, Мәғариф министрлыҡтары ярҙамы менән баҫылғайны.

“Башҡорт теленең академик һүҙлеге” дүрт телдә сыҡҡан үҙенсәлекле аңлатмалы-тәржемә һүҙлеге. Һүҙҙәр һәм фразеологик берәмектәр башҡорт телендә бирелә, ул руссаға тәржемә ителгән. Башҡорт һүҙҙәре рус, инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемәләнгән.




Вернуться назад