Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя13.12.2018
Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” китабының исем туйы үтте. Сарала Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәҙуллин, рәссамдар, йырсылар, музыканттар ҡатнашты.

Әминә Ивний ҡыҙы “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проектының әһәмиәтен, унан йылылыҡ, мөхәббәт, изгелек тойғолары урғылыуын билдәләп үтһә, Рәил Мирвай улы китап авторы Наил Мәхмүтовты һәр рәссамдың күңелен тойоусы психолог, тип атаны, уның үҙ проектын атаҡлы йәки һоҡланғыс рәссамдар түгел, ә тап һөйөклө рәссамдар, тип атауының уңышлы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәмил Бадамшин (ул шулай уҡ проекттың арт-директоры ла), Рөстәм Ишмөхәмәтов, йәш быуынға яҡшы таныш булған “Виа чаппа” төркөмө һәм башҡалар сәхнәнән музыкаль сәләмен еткерҙе.

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проекты бынан йыл ярым элек башланғыс алған. Уның интернет селтәрендәге махсус сайтында билдәле рәссамдарҙан тыш, һәүәҫкәр ҡылҡәләм оҫталары өсөн дә үҙ күргәҙмәләрен ойоштороу мөмкинселеге бар. Беренсе китапҡа мәшһүр Ҡасим Дәүләткилдиев, Әхмәт Лотфуллиндан башлап, һынлы сәнғәт күгендә яңы ғына ҡабынған йәш “йондоҙҙар”ҙың да эштәре, улар хаҡында мәҡәләләр урын алған.



Вернуться назад