Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата12.12.2018
Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80 йәшлек юбилейына арналған китапхана дәрестәре, уның ижадына бағышланған шиғыр һөйләү конкурстары үтә.

Баймаҡ район үҙәк китапханаһының уҡыу залында “Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел, биҙәр өсөн тыуа был ерҙе...” тип аталған китапхана дәресе ойошторолдо. Студенттарҙы йәлеп иткән сарала Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбаева шиғриәт аҡһаҡалының тормошона һәм ижад юлына байҡау яһаны. Кисәлә шағирҙың әҫәрҙәре яңғыраны, әҙәби викторина үткәрелде. Шағирҙың хәҙистәре күптәрҙе уйландырһа, уның тыуған илде, халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәргән шиғырҙары уҡыусыларҙа ғорурлыҡ һәм ватансылыҡ тойғолары уятты.




Вернуться назад