Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә уйланаһың, берсә ғәжәпләнәһең. Ижады аша донъя, йәшәү матурлығын тояһың, үҙең эҙләгән һорауҙарға яуап табаһың.
Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы халҡы бөйөк шағир ерендә йәшәүе менән үтә лә бәхетле. Рәшит Назаровтың илһам сығанағы булған йәмле Өршәк буйҙарын күреү, ярындағы серле ҡамыштарына һоҡланыу, ялан-ҡырҙарын гиҙеү, шағир йөрөгән юлдарҙан йөрөү – ҙур ғорурлыҡ ул.
Зыялы ауылдаштары, яҡташтары әҙәбиәт күгендәге яҡты йондоҙға тиң таланттың ижадын үлемһеҙ итеү теләге менән янып йәшәй. Уның тормош юлын сағылдырған стендтар райондағы музейҙарҙы биҙәй, ижадына арналған бихисап саралар мәктәптәрҙә, китапханаларҙа ойошторола.
Быйыл да, былтырғы башланғысты дауам итеп, Талбазы башҡорт гимназияһында “Назаров уҡыуҙары” үтте. Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Дәүләкән райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан оҫта шиғыр һөйләүсе йөҙгә яҡын уҡыусы килде. Был мәртәбәле сараға Өфө ҡалаһынан яҙыусылар, билдәле шәхестәр саҡырылды.
Тәүҙә “Киң мәғлүмәт сараларының үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге роле” темаһы буйынса фекер алышыу эшлекле һәм йәнле барҙы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов үҙ сығышында уҡытыусыларҙы журнал биттәрендә аралашыуға саҡырҙы.
– Иҫәп өсөн генә яҙылыуҙы хупламайым, журналды бөтә педагогтар өсөн тәжрибә майҙансығына әйләндереү – беҙҙең төп бурыс. Интернет селтәрендә булмаған мәғлүмәтте бары беҙҙең журналдан табырлыҡ итеп эште ойошторғанбыҙ, – тине ул.
Тиражы ун дүрт мең данаға еткән был баҫма уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы, педагогик эшмәкәрлектә ҙур таяныс булып тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге гимназия уҡытыусыһы, журналдың әүҙем хәбәрсеһе З. Шәрәфетдинова: “Йәш уҡытыусыларға ярҙамға килерлек материал күберәк булһын ине”, – тигән теләк белдерҙе. “Ағиҙел” журналының проза бүлеге етәксеһе Салауат Әбүзәров журналдың уҡытыусылар өсөн әһәмиәтен һәм әҙәби әҫәрҙәрҙең ҙур тәрбиәүи сара икәнен билдәләне.
– “Аҡбуҙат” журналы – балаларҙың яратҡан баҫмаларының береһе. Ул сағыу төҫө, мауыҡтырғыс йөкмәткеһе менән кескәйҙәр күңеленә үтеп инә.
Редакция коллективы журналды ҡыҙыҡлы һәм уҡыусының иғтибарын йәлеп итерлек итеп сығарыуға ҙур көс һала. Тик ҡайһы бер ғаиләләр, журналға яҙылмайса ҡалып, балаһын рухи аҙыҡтан мәхрүм итеүен аңламай, – тине баш мөхәррир Тамара Юлдашева.
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Сатлыҡованың уҡыусылары – журналдың яҡын дуҫтары. Улар ижад иткән әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, һүрәттәр журнал биттәрендә донъя күрә.
– Был балаларҙы дәртләндерә, төрлө конкурстарҙа еңеп призлы урындар яулау яңы үрҙәргә ҡанат ҡуя, – тине Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.
Конференцияны алып барыусы БДУ- ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйлә Солтаҡаева гәзит-журналдарҙың беҙҙең йәмғиәттә ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләне, һуңғы йылдарҙа тираждарының кәмеү сәбәптәрен барланы.
– Һәр яҙыусыға фатиханы гәзит-журнал бирә. Кешелек йәмғиәте ниндәй осорҙа йәшәһә лә, идеология менән йәшәй һәм эшләй, – тине Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы. – Шуның өсөн дә тормош уртаһында булам тиһәң, гәзит һәм журналдар уҡыу мотлаҡ.
Конференцияла ҡатнашыусылар Рәшит Назаровтың ижадына арналған күргәҙмәләр менән танышты, үҙенсәлекле ҡул эштәре менән бөтә республикаға танылған яҡташыбыҙ Гөлфиә Ханнанованың эштәренә һоҡланды.
Бына, ниһайәт, бәйге һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Еңеүселәрҙе ҡотлау хоҡуғы хөрмәтле ҡунаҡтарға бирелде. Ҡырмыҫҡалы районынан килгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙҙәрен иң оҫта шиғыр һөйләүселәр итеп танытты. Иҫке Бәпес урта мәктәбенән Ләйсән Ирмәкова төп призға лайыҡ булды. Малай ауылы мәктәбенән Динис Ҡоҙаҡаев “Башҡорт” шиғыры менән беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ уҡытыусылар араһынан Шәрипҡол мәктәбенән Рәйхана Хәмитова, “Әсә һүҙҙәре” циклынан өҙөктө сәхнәләштереп, бөтәһен дә һоҡландырҙы.
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары Динә Урманшина, Алһыу Әбделмәнова, Илнара Иҙрисова призлы урындар яуланы.
“Минең ғаиләм башҡорт телендә шиғырҙар уҡый” тигән исем аҫтында видеосюжеттар конкурсы ла йәнле уҙҙы. Был бәйгелә Талбазы башҡорт гимназияһынан Булат Бикәнәсовҡа тиңләшеүсе булманы.
Конференцияла Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Талбазы башҡорт гимназияһына шағирҙың исемен биреү, уның исемендәге урам, махсус премияһын булдырыу тәҡдиме лә яңғыраны.