Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар, тыңлаусылар һорай... Мин үҙем “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” әҙәби кисәһе тип янам.
Инде дүртенсе йыл рәттән йәш шағирҙар тарафынан ойошторола был сара. Ул минең һағышымдың да, шиғырҙарымдың да һыуһынын ҡандыра, күңелде тынысландыра. Әллә быға сараның шиғырҙарға шәм яҡтыһы, йылы сәй, гитара моңо ҡушылыуы булышлыҡ итәме? Әллә үҙем кеүек үк шиғриәт тип янып йөрөгән кешеләр менән осрашыуым, аралашыуым шулай тәьҫир яһаймы?
“Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” шиғриәт кисәһе аудиторияһының йылдан-йыл киңәйеүе ҡыуандыра. Тимәк, халыҡҡа оҡшай, һәм беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ. Быға тамашасыларҙың кисәнән һуң рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәүе — тағы бер дәлил. Һуңынан бер нисә көн буйы телдән төшөрмәй һөйләйҙәр. Хатта йыл буйы киләһе “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” сараһын махсус көтөүселәр ҙә бар. Арттырмайым, шундайҙар менән аралашырға насип булды.
Уларҙың араһында байрамыбыҙға мәртәбә өҫтәп, уның кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәргән халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең күптән яҡын дуҫына әйләнгән, уларҙың һәр башланғысын хуплаған шағирә Лариса Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова һәм башҡа ҡунаҡтар кисәгә йәм, ғәм өҫтәне.
Рауил Бикбаев үҙ сығышында йәштәрҙең ошолай шиғыр уҡырға йыйылыуын, шиғри кисәләр ойоштороуын хупланы, хәҙерге заманда ижад итеү өсөн уңайлы шарттар булыуын билдәләне. Ҡәҙим Аралбай ошондай сараның Аҡмулла исемен йөрөткән уҡыу йортонда уҙғарылыуының осраҡлы түгел икәнен билдәләне, сөнки Аҡмулла мәғрифәтсе генә түгел, мәшһүр шағир ҙа булған.
“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале йәштәр араһында бик популяр. Унда ҡатнашыусылар иһә бөтә республикабыҙға билдәле йондоҙҙарға әүерелде. Шул йондоҙҙар бөгөн “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” сараһының сәхнәһендә лә балҡыны. Тимур Йосопов, Миңзәлә Яхина, Ренат Абдулов барыһын да йырлы күстәнәстәре менән һыйланы. Шул уҡ “Ҡош юлы” бард фестивале сиктәрендә уҙғарылған, яңы исемдәр асҡан шиғриәт бәйгеһендә еңеүселәр Ғәзиз Әбделмәнов, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Лилиә Ҡаһарманова, Руфина Лоҡманова йөрәк һүҙҙәре менән уртаҡлашты.
БДПУ-ның “Тулҡын” һәм БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби берекмәләре араһында күптән дуҫлыҡ күпере һалынған. Ике берекмәнән дә ҡыҙҙар-егеттәр шиғырҙарын уҡыны, өмөтлө, тырыш йәш шағир Артур Ғабдуллин барыһын да үҙенең ижад кисәһенә саҡырҙы.
Быйылғы “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы романтикаһы менән юҡҡа ғына һуғарылмаған. Есенин, Маяковскийҙы ярата йәштәр, күп кенә шиғырҙарын яттан белә. Лилиә Хәлилова Маяковскийҙың “Лиличке” шиғырын үҙе тәржемә итеп уҡыны, һәләтле ҡыҙ ябай ғына телдә шиғырҙың мәғәнәһен асып һалыуы менән арбаны.
Был саралағы мөхиттән күңел майшәм менән бергә ирей... Иремәһә, Рауил Бикбаев кисә аҙағында: “Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” — тип әйтер инеме?
Кисәлә оло шағирҙарҙың булыуы юҡҡа түгел. Йәш ижадсылар менән өлкән быуын һүҙ оҫталары араһындағы күперҙе нығытыу мөһим, сөнки уларға йәштәрҙең, иғтибары, ә беҙгә кәңәштәр кәрәк. Был йәш ижадсыларға әҙәбиәт донъяһында үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ тоторға ярҙам итер ине.
“Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” шиғри-акустик кисәһендә мөһим күренештәрҙең береһе — “Ҡыл” йәш шағирҙар хәрәкәте төҙөлөүе хаҡында хәбәр иттек. “Ҡыл” – шағирҙың һәр донъяуи күренештән моң сығарыусы күңел ҡылы ғына түгел, әҙәбиәтебеҙҙе яңы кимәлгә күтәрерлек эштәр ҡылыу ҙа ул. “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” шиғриәт кисәһе һәр йылдағыса ҡанатландырҙы, илһамландырҙы ғына түгел, быйыл яңы кимәлгә күтәрелеүе менән ҡыуандырҙы, уны ойошторған йәштәрҙең ҡыйыу аҙымдары менән хайран ҡалдырҙы.