Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы, драматург, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды.
Мәҙәни сара башҡорт лицейында башланды. Әйткәндәй, был белем усағы 2004 йылдан алып башҡорт әҙәбиәте классигының исемен йөрөтә. Халыҡ сәсәне бюсы алдына сәскә һалыу тантанаһында сығыш яһап, билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Розалия Солтангәрәева: “Әҫәрҙәре ауыҙ-тел ижады ынйыларының алтын фондына ингән Мөхәмәтша Буранғоловтың баһалап бөткөһөҙ ижади эшмәкәрлеге башҡорт тарихынан, халыҡтың рухи донъяһынан айырылғыһыҙ, бының өсөн ул хатта милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән”, — тип билдәләне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов та уҡыусыларҙы туған телебеҙҙе яратырға, тормош юлы һәм ижады ошо мәктәп менән тығыҙ бәйле мәшһүр сәсәндең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға саҡырҙы.
Район мәҙәниәт һарайында фестивалде асыу тантанаһы бик сағыу тамаша менән башланды. Сәхнәлә ағинәйҙәр доға ҡылып, мөнәжәт әйтте. Бөйөк башҡорт сәсәндәре исемдәрен атап, ҡылыстан да үткер һүҙ көсөн, сәсәнлек рухын һаҡлау, уны быуындан быуынға тапшырыу тураһында ант биреү йолаһы атҡарылды. Киң майҙанға сыҡҡан бөгөнгө сәсән ижадын һаҡлаусылар ҙа был матур тамашаға ҡушылды.
Сәсәндәрҙең бишенсе төбәк бәйгеһендә Миәкә, Дәүләкән, Бүздәк, Бөрйән һәм Әлшәй райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.
– Борондан сәсәндәр һәр йыйындың, һәр байрамдың биҙәге булған, улар һабантуйҙарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһаған, илдә барған теге йәки был ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән. Бөгөн ошо бәйгегә килеп, һүҙен әйткән, оҫталығын күрһәткәндәрҙең һәр ҡайһыһына ихлас рәхмәтемде еткерәм. Иң ҡыуаныслыһы — ошо күркәм сарала өлкән быуын вәкилдәре менән бер рәттән балаларҙың да һынау тотоуы. Тимәк, сәсәнлек сәнғәте киләсәктә лә юғалмаясаҡ, – тине баһалама рәйесе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы.
Сәсәндәр бәйгеһендә сәхнәнән халҡыбыҙҙың билдәле эпостары һәм риүәйәттәре, мөнәжәттәр, ҡобайырҙар яңғыраны, шулай уҡ үҙ ижад емештәрен тәҡдим итеүселәр ҙә аҙ булманы. Бәйгеселәр 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә сығыш яһаны. Ҡармыш ауылынан алты йәшлек Әлмир Әхтәмов иң кескәй ҡатнашыусы булһа, Яңы Сәпәштән Гөлсәмсә Әхмәҙиеваға 88 йәш ине.
Был көндә Әлшәй майҙанында һынау тотҡан һүҙ оҫталарының барыһына ла “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк фестиваленең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Ә номинацияларҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. Хәйер, был әллә ни мөһим дә түгелдер, моғайын. Сәсәнлек рухына, туған телгә тоғролоҡ өсөн сәхнәгә сығып үҙ һүҙен әйткән һәр кем бүләккә лайыҡ, әлбиттә.