Рәхмәт һүҙе11.12.2018
Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма, рухташтарыма оло рәхмәтемде белдерәм.

Алыҫ ерҙе яҡын итеп, ҡыш һыуыҡ, көн ҡыҫҡа тип тормай, Ейәнсуранан килеп еткән яҡташтарыма, ауылдаштарыма, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарынан, Өфө, Баймаҡ, Дәүләкән, Сибай, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сосновка райондарынан килгән рухташтарыма; ихлас күңелдән ҡотлау тапшырған мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаевҡа, Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Розалия Сафиуллинаға, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһаринаға, Рушана Бабичеваға, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановҡа, Баймаҡ, Әлшәй, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез райондары хакимиәте вәкилдәренә, БЮТ телеканалына, “Тамыр” студияһы балаларына, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыларына һәм уларҙы ойоштороп алып килгән етәкселәренә; кисәнең башынан аҙағынаса ысын башҡорт моңо яңғыратып торған йәш ҡурайсыларға (Нариман Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе, етәксеһе Руслан Мөлөков), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар ансамбленә һәм рух һирпкән мәшһүр гимныбыҙ “Урал” менән күңелдәрҙе нурландырып, кисәгә олпатлыҡ һәм рух өҫтәп ебәргән атаҡлы ҡурайсыбыҙ Азат Айытҡоловҡа, “Ятаған”, “Арғымаҡ” төркөмө егеттәренә; бейеп алырға теләгән тамашасылар өсөн бейеү ойошторған Марат Ғилмановҡа, уҡыусыларыма, гимназистарыма; кисәмә килгән барлыҡ рухташтарыма, төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡатнаша алмаған һәм шылтыратып ҡотлаған фекерҙәштәремә кисәнең мәртәбәһен күтәреүҙәре, ихлас теләктәре өсөн – олонан да оло рәхмәтем!

Юбилей кисәмде ойоштороуҙа бар мәшәҡәтте, матди сығымды үҙ өҫтөнә алған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, “Аҡ тирмә” бөтә башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзына, ҡунаҡтарҙың барыһын да буҙа, сәй, милли ризыҡ менән һыйлаған “Мәрйәм” хәләл кафеһы директоры Гөлсирә Мөҙәрисоваға, ҡунаҡтарҙы һыйлауға ең һыҙғанып тотонған “Тулған ай” фольклор ансамбле ҡыҙҙарына (етәксеһе Айгөл Искәндәрова) һәм, әлбиттә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, уның директоры Олег Хановҡа байрам ойоштороуға шарттар тыуҙырғаны өсөн; саҡырыу билеттарын күркәм итеп нәшер иткән “Самрау” нәшриәтенә; сығыш яһаған барлыҡ сәхнә оҫталарына; кисәне ихлас итеп алып барған халыҡ артистары Хөрмәт Үтәшев менән Сара Буранбаеваға; китаптарым күргәҙмәһен ойошторған Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға; ихлас ярҙам иткән балаларыма, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева һәм режиссер Сулпан Асҡароваға, видеомонтаж эшләгән Роман Пожидаевҡа; китап һөйөүселәрҙең һорауы буйынса үҙнәшер менән сығарылған “Арғымаҡ” исемле китабымды сығарыуҙа матди ярҙам күрһәткән дуҫтарға рәхмәт!


Вернуться назад