Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең!
Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр араһынан табыла. Халыҡ телендә һәләтле кешеләрҙе юҡҡа ғына “бөртөклө тауар” тип йөрөтмәйҙәр. Сибай сәнғәт колледжында быны яҡшы аңлайҙар һәм үҙҙәрендә белем алған ҡыҙ-егеттәрҙең тәбиғәттән бирелгән һәләтен артабан үҫтереп, камиллаштырыу өҫтөндә эшләйҙәр.
Колледждың үҙ “йондоҙҙары” бар. Думбыра буйынса белем алған IV курс студенты Руфь Юхноның (уҡытыусыһы – Фатима Мөхәмәтйән ҡыҙы Карнилова) тырышлығына хайран ҡалырлыҡ. Руфь – Сибай ҡыҙы. 12 балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килгән ҡыҙ ете йыл Балалар музыка мәктәбенең думбыра класында шөғөлләнгән. 12-се мәктәптең IХ класын тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә.
Ул бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Тамбов ҡалаһына һәм Себер тарафтарына барып, һәләтен курстарҙа камиллаштырған. Интернет-конкурста, Октябрьскийҙа йәш башҡарыусыларҙың республика конкурсында һәләтен күрһәтеүгә өлгәшкән. Замир Йәнтүрин етәкселегендәге халыҡ ҡоралдары оркестры составында икенсе урынға лайыҡ булған.
Вокал класында һабаҡ алған IV курс студенты Заһир Аҡҡоловты иптәштәре күп яҡлы талант эйәһе тип белә. Ул баянда, гитарала уйнай, брейк-данс бейей, йырлай.
Заһир тәүҙә ике йыл Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый. 2014 йылда Сибайҙа “Студент яҙы” фестивалендә баһалама комиссияһындағы Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары Заһирҙың сағыу сығышын күреп, үҙҙәренә уҡырға саҡыра. Күңеле гел сәнғәткә тартылып торған егеткә шул етә ҡала, көҙгөһөн үк Динар Ласынов етәкселегендә белем ала башлай. Заһир беренсе курста уҡығанда әрмегә лә барып ҡайта.
Һәләтле егет колледжда һәм ҡалала ойошторолған мәҙәни сараларҙы оҫта итеп алып бара, буш ваҡытында “Тиҫтер” үҫмерҙәр клубында эшләй. Өс йыл рәттән йәйге балалар лагерында йөҙөү буйынса инструктор, тәрбиәсе була. Балалар ижады үҙәгендә брейк-данс түңәрәген алып бара, КВН-да ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта ул – студент советы ағзаһы.
Заһир – ҡала, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Яңыраҡ Өфөлә IX халыҡ-ара “Илһам” конкурсында йырлап, икенсе урынды яулаған.
Вокал класының өсөнсө курс студенты Айгиз Ишмырҙин уҡыуҙа ла, студент тормошонда ла алдынғылыҡты бирмәй. Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән егет 4-се мәктәптә уҡыған йылдарында сәнғәт донъяһы менән таныша. Ул халыҡ йырҙарын өйрәткән уҡытыусыһы Рәйлә Кейекбирҙинаға рәхмәт әйтә. Айгиздең бер генә буш минуты ла юҡ. Ул бергә уҡыған иптәштәре Заһир Аҡҡолов һәм Ғәзиз Мөхәмәтов менән аҙна һайын ҡаланың “Мир” йәштәр йортонда башҡорт, рус телдәрендә дискотека үткәрә. Рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы С.Ғ. Бураншина ойошторған студент филармонияһы менән Урал аръяғы ауылдарында концерттар ҡуйырға ла өлгөрә. Студенттар үҙҙәре эшләгән аҡсаға костюмдар тектерә. Айгиз колледждың “Арт и Шок” ирекмәндәр хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаһы һанала.
Мираҫ Үҙәнбаев – Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ егет ҡурай класында белем ала. Ул да өсөнсө курста уҡый. Сәнғәткә һөйөүҙе уға әсәһе – Ғүмәр балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һәм музыка етәксеһе Миңзәлә Мират ҡыҙы һеңдергән. Уртансы кластарҙа Ярат ауылында белем алған Мираҫ бик теләп ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә, матур итеп йырлай. Колледжға уҡырға килгән сәсән телле егетте “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина шәйләп ҡала һәм уның менән шөғөлләнә башлай. Сәсәниәнең тырышлығы бушҡа китмәй, беренсе курста уҡ Мираҫ, Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, еңеү яулай. Быйыл октябрь аҙағында Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашып, алтын билдә менән бүләкләнә. Мираҫ та үҙен күп яҡлы талант эйәһе итеп танытҡан: йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡурайҙа ла уйнай, оҫта итеп көләмәстәр ҙә һөйләй.
Айгиз, Мираҫ һәм Заһир төрлө йылдарҙа халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсында сығыш яһап, призлы урындар яулаған. Сибай сәнғәт колледжының был шәп егеттәре һәм Руфь исемле һылыу ҡыҙы киләсәктә уҡыуҙарын сәнғәт институтында дауам итергә ниәтләй. Матур уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, йәштәр!