Бахтыбай таланттарға бай11.12.2018

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй.

Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән “Иң матур ауыл” конкурсында икенсе урынды яуланы. Күркәм төбәк эшлекле һәм талантлы халҡы, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота.

Бөрө ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан был ауылға, йәғни ҡасандыр Ҡазан юлына ҡараған Шәмшәҙе өйәҙе баш­ҡорттары еренә, Волга буйынан күсенеп килгән мари халҡы төпләнгән. Ауылдың исе­ме уға нигеҙ һалған Бахтыбай тигән ке­ше менән бәйле. Уның саф мари ата­ма­һы ла бар – Кужнур Ял. Башҡортсаға тәр­жемә иткәндә, Оҙон Ялан тигәнде аңлата.

Борондан ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бахтыбай урта­һындағы имән бөтә ауылға йәм биреп, уны бәлә-ҡазанан һаҡлап ултыра. Өлкәндәр әйтеүенсә, ҡарт ағасҡа сама менән 280 йәш. Ул ауыл барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк булған.

Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1906 йылда Бахтыбайҙа министр­лыҡ мәктәбе, тимерлек, икешәр һыу тирмәне һәм кибет теркәлгән. Урта мәктәп 1897 йылда Айҙар Әйүпов тарафынан асыла. Унда башлыса бай балалары уҡый, сөнки тәүге йылдарҙа белем алыу түләүле була. Дәфтәр, ҡәләм кеүек уҡыу кәрәк-яра­ғы етешмәгәнлектән, грифель таҡта­ларҙа графит стер­жендәр менән яҙғандар.

Атаһы асҡан мәктәптә башланғыс белем алған Мария Әйүпова күренекле шағирә булып таныла. Ун йәштә генә етем ҡалған ҡыҙ Бөрө педагогия техникумын, Ҡазан көнсығыш педагогия институтын тамамлай. 1931–1934 йылдарҙа “Учпедгиз” нәшриәте корректоры булып эшләй, аҙаҡ үҙен тәржемәсе, радиожурналист булараҡ та таныта.

Мари Иле Республикаһының – халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Станислав Шакиров та Бахтыбай урта мәктәбен тамам­лаған.
Бер меңгә яҡын халҡы булған ауылда әле урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Бахтыбай ауылы халҡы хеҙмәт һөйөүсән, матурлыҡҡа ынтылыусан, шул уҡ ваҡытта сәнғәткә ғашиҡ булыуы менән айырылып тора. Унда хеҙмәт менән файҙалы ял итеү, уйын-көлкө, киләсәк быуынды тәрбиәләү эше һәр ваҡыт бергә үрелеп бара. Кешеләр ата-бабаларынан аманат булып ҡалған туған телен, тарихи ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша. Тарихи Ватанынан ситтә йәшәүгә ҡарамаҫтан, милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро улар.

Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, Наталья Мишинкина үҙенең башланғысы һәм ауылдаштарының ярҙамы менән мари халҡының этнографик музейын төҙөгән. Унда милли кейемдәр, сигеүле таҫтамал­дар, түбәтәйҙәр, төрлө биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба урын алған.

Ауылдағы күл бахтыбайҙарҙың егәрле тормошон һүрәтләй. Ҡороп барған ятҡылыҡты тергеҙгәндәр. Ике “КамАЗ” сүп-сар сығарып, әллә күпме тонна ҡом түгеп, бынамын тигән ял урыны булдырғандар. Яр буйында уңғандар тарафынан яһалған эскәмйәләр, бәүелсәктәр ҡуйылған. Ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы Радик Хәсәнов билдәләүенсә, күл һыу инеү һәм ял итеү өсөн генә түгел, ә бәлә-ҡаза килә ҡалһа, янғын һүндереү машинаһына тиҙ генә һыу тултырыу мөмкинлеге лә күҙ уңында тотола.

Былтыр Бахтыбайҙа Беренсе Бөтә донъя мари съезының 100 йыллығы айҡанлы Ший кандыра (Көмөш бау) байрамы үткәрелгән. Ул бер быуат элек барлыҡҡа килгән, бесән мәле тамамланыуға бәйле. Хәҙер иһә ата-бабалар йолаһын хөрмәтләү мәғәнәһенә эйә.

Бахтыбай ауылы оҫталар төйәге булараҡ та танылыу яулаған. Унан күренекле рәссамдар йә бөтә илгә танылған йырсылар, билдәле ша­ғир­ҙар сыҡҡан. Ауылдың бөгөнгөһө һәм матур киләсәге Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, уҡытыусы һәм рәссам Михаил Ҡотлосатов исеме менән бәйле. Ул Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Баш­лығы грантына эйә булған. Михаил Павлович үҙ ҡулдары һәм уҡыу­сылар ярҙамы менән 260-тан ашыу музыка ҡоралы эшләгән. Барабандар ауылдың фольклор ансамблен биҙәй. Көнсығыш мариҙары­ның милли барабандары шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттарына, Финлян­дияға, Эстонияға юллана.

Эшкә маһир Михаил Ҡотлосатов ауылдашы һәм фекерҙәше Ефрем Калимьянов менән мари халҡының милли кейемдәренә заманса биҙәк өҫтәй. Һәр байрамда ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кейеменең сағыу өлгөләрен халыҡҡа тәҡдим итәләр. Өс телдә яҙылған стелалар ҙа рәссам Михаил Павловичтың алтын ҡулдары ярҙамында барлыҡҡа килгән.

Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы, мәктәптең рәсем уҡытыусыһы Ефрем Калимьянов буш ваҡытында имән ағасынан бынамын тигән скульптуралар яһай. Ағасты һырлап эшләү оҫтаһы тыуҙырған матур һындар, әкиәт персонаждары, баҡса өсөн декорациялар, бәүелсәктәр, ҡоҙоҡтар – шуға асыҡ миҫал. Сувенирҙары иһә һәр байрамдың түренә ҡуйыла. Улар йыл һайын республика конкурстарында призлы урындарға дәғүә итә. Егерме йылдан ашыу күңеле ҡушҡан эш менән мәшғүл оҫтаның Бөрө, Мишкә райондарының урман зоналарында матур скульптура өлгөләре ҡуйылған.

Ветеринария фәндәре кандидаты Игорь Ҡотлоҡаев иһә оҫта гармунсы булараҡ дан алған. Ул Францияның баш ҡалаһы Парижда халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып ҡайтҡан. Милләттәштәре менән фин-уғыр халыҡтарының традицияһын һәм милли культураһын бөтә донъяға танытып, Гран-при яулаған.

Композитор, педагог, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Анатолий Ҡотлосатов башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Кукубаев псевдонимы менән билдәле композитор 1964 йылдан Өфө сәнғәт училище­һында уҡыта, 1971 йылда “Ағиҙел” халыҡ ҡорал­дары оркестры­ның музыка етәксеһе һәм дирижёры була. И. Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә көй яҙа, Ғ. Сәләмдең “Республика иртәһе” шиғырына оратория ижад итә. Аккордеон, балалайка, баян, гармун, думбыра, ҡурай һәм башҡа музыка ҡоралдары өсөн пьесалары ла бар. “Мин башҡорт милли музы­каһын яҙам, башҡортса фекер­ләйем...” тигән һүҙҙәр менән ижадҡа тотона Анатолий Кугубаевич.

Күренекле рәссам Иван Фәй­рушин­дың хеҙмәте лә башҡорт сәнғәтен үҫтереү менән бәйле. “Китап”, “Восток”, “Светлячок” нәшриәт­тәре рәссамы, “Бельские просторы” журналы хеҙмәткәре Ғ. Рамаза­новтың “Байраҡ хаҡында поэма”һы­на, “Сәләм һиңә, Башҡортостан” китаптарына, “Башҡорт­остан халыҡ­тары әкиәттәре”нә, “Мостай Кәрим. Тормошо һәм ижады” фотоальбомына, М. Гвоздикованың документаль китаптарына йән өргән.
Бына шундай илһөйәр, эшсән халыҡ менән таныштыҡ Бахты­байҙа. Улар ата-бабалары йолаһын хөрмәтләп, туған телдәрен һаҡлап һәм милли йолаларын тергеҙеп, берҙәм йәшәй.


Вернуться назад