Башҡортостанда хәрби осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторолдо.
Илеш районында урынлашҡан яңы үҙәк Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йорто филиалдарының береһе буласаҡ. Тарихи-мәҙәни үҙәктәр милли үҙаңды тергеҙеү, мәҙәни йолаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторола. Әле республикала ошондай 17 ойошма бар.