Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола.
Был юлы республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған ҡыҙ һәм егеттәр (насар күреүселәр һәм ишетеүселәр ҙә бар ине) тәбрикләнде – иң-иңдәргә Башҡортостан Башлығының – стипендияһы, ә тренерҙарына Рәхмәт хаты тапшырылды. Йәш спортсыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Федерация советы исеменән ҡотлаған Башҡортостандың дәүләт власы башҡарма органынан Федерация советы ағзаһы, Федерация советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, бөгөн айырыуса үҙенсәлекле көн, спорт, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә еңеү яулаған һәләтле балалар йыйылған, Яңы йыл алдынан бынамын тигән шәп байрам бүләге ул, яҡташтарыбыҙҙың һәр береһенә рухи йәһәттән дә, матди яҡтан да ярҙам кәрәк.
– Башҡортостан балалары Ирекмәндәр йылында бигерәк тә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, илебеҙ кимәлендә ҡаҙаныштар бихисап, беҙҙә Ресурс үҙәгенең эшләүе күпте һөйләй, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.