Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы09.12.2018
Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ йылдар фото төшөрөү менән ҡыҙыҡһына, фотосәнғәт төрө серҙәре менән яҡындан таныша. Йылдар дауамында Сибай ҡалаһының эшсән халҡын, уның хозур тәбиғәтен, ҡала тормошон сағылдырған йөҙҙәрсә һүрәттәр туплана. Уларҙың һәр береһе гүйә, тере тарихты хәтерләтә, сөнки һәр фотоһүрәт артында әллә күпме хәтер, тарих, иҫтәлек ята.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашыусылар үҙҙәренең таныш йөҙҙҙәрен күреп ҡыуанды, шанлы тарих йылдарын байҡаны, кемдер, фотоларҙа үҙҙәрен таныны. Нияз Мирхәйҙәровтың төрлө йылдарҙа төрлө ракурста төшөрөлгән аҡлы-ҡаралы, төҫлө фотоһүрәттәр күргәҙмәһе барыһының да күңеленә хуш килде.




Вернуться назад